13.10.2018 Совет Башҡортостанына бағышланған караптар: "Салават" йөк теплоходы
1962 йылда Польшаның Гданьск верфында В-43 проектына ярашлы төҙөлгән.
"Салават" эре йөк теплоходы булған. Халыҡ-ара линияларҙа йөрөгән. 1990-сы йылдар аҙағында иҫәптән сығарылған.
"Салават" карабын һүрәттә һулда күрергә мөмкин. Уңда - йыһан караптары менән идара итеүҙә ҡатнашҡан "Космонавт Юрий Гагарин" теплоходы.