«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия" теплоходы



11.10.2018 Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия" теплоходы

Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия" теплоходы
1964 йылда ГДР-ҙың Висмар ҡалаһындағы Матиас Тезен исемендәге верфь (хәҙер Nordic Yards Wismar) диңгеҙ теплоходын эшләүҙе тамамлай. Уны "Башкирия" тип исемләп, Ҡара диңгеҙ пароходствоһына бирәләр. Шул уҡ йылдың июнендә СССР башлығы Никита Хрущев уға ултырып, Скандинавия илдәренә "Дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ рейсы"на юллана.

"Первой страной для нашего посещения была выбрана Дания. Почему именно Дания? Она политически ничем особенным не выделялась, однако ее географическое положение было самым удобным для открытия визитов туда. Мы следовали в Данию пассажирским кораблем "Башкирия" и решили, что оттуда переедем в Норвегию, далее — в Швецию и из Швеции — домой. Тут президент Финляндии и ее правительство попросили нас заехать и к ним. Мы имели такую возможность, и они, узнав о том, что мы не возражаем, немедленно прислали официальное приглашение." — тип яҙа аҙаҡтан Никита Сергеевич үҙенең "Время. Люди. Власть." мемуарҙарында.

Күп тә үтмәй, Хрущев отставкаға китә. Теплоход иһә круиз карабына әйләнә. Европа, Азия, Африка, Латин Америка һыуҙарында йөҙә. 1974 йылда Кипр көрсөгө мәлендә уның менән совет дипломаттарын алып ҡайталар. 1973 йылдан 1983 йылғаса "Башкирия" һигеҙ тапҡыр Антарктика ҡотоп станцияларына рейс яһай, Атлантик океандың көньяғында штормдарға эләгә, айсбергтар араһынан үтә. 1980 йылда карап Грециянан Мәскәүгә ХХI Йәйге Олимпия уйындары утын алып килә.
"Башкирия" экипажы Башҡорт АССР-ы менән ныҡлап аралашҡан, делегациялар ҡабул иткән. Караптағы бер ресторандың исеме "Өфө" тип аталған.
"Башкирия" теплоходының оҙонлоғо 122 метр, киңлеге 16 метр булған. 300-ҙән ашыу пассажир, 134 кешелек экипаж менән ярты айлап йөҙә алған. Иң шәп тиҙлеге 17,4 узелға - сәғәтенә 32 саҡрымға еткән. Карап эсендә спорт майҙансығы, ике ресторан, йөҙөү бассейны, музыка салоны, китапхана булған.
1991 йылда теплоход Грецияға капиталь ремонтҡа йүнәлә һәм ул "Odessa Song" исеме менән йөрөтөлә башлай. 1997 йылғаса ул круиз лайнеры була, аҙаҡ арест һалына, компнаиянан компанияға һатыла. 2006 йылда карапты Таиландҡа һаталар һәм "SIRITARA OCEAN QUEEN" тип исемләйҙәр. Күп тә үтмәй элекке "Башкирия" тайфун мәлендә бата һәм һаман да һыу төбөндә ята.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға