«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Фалсыларҙың үҙ фараздары, ә беҙ яҡшыға өмөтләнәйек



11.01.2011 Фалсыларҙың үҙ фараздары, ә беҙ яҡшыға өмөтләнәйек

Фалсыларҙың үҙ фараздары, ә беҙ яҡшыға өмөтләнәйекРәсәйҙең билдәле астрологтары, парапсихологтары һәм шамандарының 2011 йылға фараздары бер ҙә тынысландырырлыҡ түгел. ҡыҫҡаһы, ҡуян йылы «Путин эраһы»ның ахыры буласаҡ һәм иң тәүҙә хаҡтар артыуы, ҡоролоҡ һәм халыҡ болалары менән тарихҡа инеп ҡаласаҡ. ҡуян, баҡһаң, аҡ булһа ла, йомшаҡ булмаясаҡ, ә ҡорос-ҡуян буласаҡ – уға үткән «ҡорос юлбарыҫ» йылынан насар мираҫ ҡаласаҡ. «Биш йыллыҡ Сатурн циклы экзальтацияға инә, шуға яҡшы яҡҡа үҙгәреш тик 2015 йылда ғына башланасаҡ», – ти Тыва шаманы Андрей Дондуков.
Мәскәү ғәмәли психология мәктәбенән Наталья Сидорова ғына оптимислыҡҡа бер аҙ урын ҡалдыра: «Үткән йыл – унынсы йыл – бер менән ноль. Ул һәр нәмәнең башы билдәһе. Һеҙ үҙегеҙҙең кемлегегеҙҙе иҫбатларға тейеш инегеҙ. 11-се йыл – ул ике берҙең суммаһы. Ике – ул хәрәкәт. Ике 1 – ул ике саңғы. Шул саңғыларға баҫырға ла алға шыуырға кәрәк. Идеяларығыҙҙы асыҡтан-асыҡ белдереүҙән ҡурҡмағыҙ, артығыҙға әйләнеп тә өлгөрмәҫһегеҙ – һеҙҙең тирәләй кешеләр күбәйер. Маҡсатҡа бергәләп ынтылғанда ғына алға барып була».
Ғөмүмән, был биш йыллыҡ ут билдәһе аҫтында үтә һәм кешеләрҙең амбицияларына бай буласаҡ. Киләһе биш йыллыҡ ер билдәһе аҫтында килә – ул үҙе менән муллыҡ, именлек алып киләсәк. Тик ул көнгә тиклем йәшәргә кәрәк әле!
Әлегә иһә 2011 йылда яңынан ҡоролоҡ вәғәҙә итәләр. 2012 йыл һыуыҡ һәм ямғырлы буласаҡ. Унан һуңғы 2013 йылдың тағы ла ҡатыраҡ буласағы фаразлана.
Әйткәндәй, ба­йыр­ға теләүселәргә нәҡ ҡуян йылында байып ҡалырға кәрәк. Сөнки 2012 йылда аҡса яғы бик наҡыҫ булмаҡсы. Хатта нефть магнаттары ла бөләсәк. «Илдә аҡса тубыҡтан булһа ла, был рәсәйҙәрҙең кеҫәһендә сағылмаясаҡ – дәүләт сығымдары артыҡ күп буласаҡ», – тип иҫкәртә Мәскәү астрология академияһы Михаил Левин.
Күрәҙәселәр әлеге осорҙо үткән быуаттың 60-сы йылдары уртаһы һәм, ниңәлер, 1927 йыл менән сағыштыра. 60-сы йылдар уртаһында һүҙ ирке һәм «самиздат»тар көсәйгән – хәҙер «самиздат» ролен интернет уйнай. 1927 йыл тарихҡа иген уңмауы, икмәк карточкалары, билде биштән быуыу менән инеп ҡалған. Киләһе йылда балалар һәм атайҙар араһында көрәш эраһы башлана, һәм интернет балалар­ҙың өлкәндәргә ҡарата төп ҡоралына әйләнәсәк. «Әгәр ҙә мәгәр беҙ, өлкәндәр, интернетҡа балалар кеүек үк тәрән суммаһаҡ, еңеләсәкбеҙ», – тип иҫкәртә парапсихолог Лариса Вайс.
Астрологтар, әле ғаләм тарафынан тәбиғи һайлап алыу бара һәм, иртәнсәк уянып, тормош мәғәнәһен тапмағандарҙың киләһе юлы бөтөнләй уяна алмауы ихтималлығы бар, ти. «Йыһан сүп-сарҙан арына. Әгәр һеҙ берәй маҡсат менән йәшәмәйенсә, көн уҙһын, сабата туҙһын, тип йәшәй­һегеҙ икән, тимәк, һеҙ – ҡый». Бер һүҙ менән әйткәндә, иң көслөләр ҡаласаҡ. «Геном мира» китабы авторы Борис Астафьев, кем ғаләм тарафынан һайланып тороп ҡала, улар­ҙы, уның иҫәпләүенсә, 2013 йылдың 27 октябрендә Рәсәйҙә иң фажиғәле ваҡиғалар көтә, тип иҫкәртә.
Психология фәндәре докторы, РАЕН академигы Ольга Павловская-Хохлова һүҙҙәренсә, 2011 йылдың мартында илде ығы-зығы, провокациялар һәм байҙарға һөжүм күбәйәсәк.
Михаил Левин фекеренсә, Президент менән Премьерҙың власть өсөн көрәше илебеҙҙең сәйәси тормошондағы төп ваҡиғаға әйләнәсәк. Владимир Путиндың сәйәси карьераһы ахырына яҡынлаша, һәм ул бер нисек тә президент була алмаясаҡ: йә ул киләһе президент һайлау­ҙарына үҙ кандидатураһын ҡуймаясаҡ, йә еңеләсәк. Еңгән хәлдә лә, «тәхетендә» оҙаҡ ултыра алмаясаҡ.
Бындай фаразлауҙарҙан гәзит уҡыусылар­ҙың башы әйләнһә әйләнер, әммә, астрологтар күҙаллауынса, илебеҙҙә 2021 йылда ғына яҡшы яҡҡа һынылыш башланасаҡ. Өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәре шулдыр. Яҡшыға өмөтләнәйек, дуҫтар!

Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға