«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бәлә – аяҡ аҫтында



11.01.2011 Бәлә – аяҡ аҫтында

5 ғинуарҙа ҡалтасы районы буйынса милиция бүлегенә Аҡтуған ауылынан бер ҡатын үҙенең 12 йәшлек улы Викторҙың юғалыуы тураһында хәбәр итә. Үҫмер өйҙән 15 йәшлек дуҫы Андрей менән сығып китә лә ҡайтмай.
Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре малай­ҙарҙы эҙләргә сыға. Уларға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдаштары ла ҡушыла. Ике көндән һуң үҫмерҙәрҙең мәйете ауыл ситендә, яр аҫтында ҡар аҫтынан табыла. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Виктор Минингалин менән Андрей Евсеевты ҡар баҫҡан.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәләк булған үҫмерҙәрҙең ғаиләләренә 75-әр мең һум аҡса бүлергә ҡушты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға