«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



11.01.2011 Донъя яңылыҡтары

Германияны һыу баҫҡан
Донъя яңылыҡтары
Былтыр декабрь аҙағында яуған көслө ҡар һәм көндәрҙең кинәт йылытып ебәреп, ямғыр­ҙар яуыуы Германиялағы Мозель, Майн һәм Рейн йылғаларында һыу кимәленең ҡырҡа күтәрелеүенә килтерҙе.
Шәмбелә Мозель йылғаһы буйында урынлашҡан 30-ҙан ашыу ҡала һәм ауыл һыу баҫыуҙан зыян күрә. Кохем һәм Целль ҡалаларының урамдарында һыу 1,5 метрға тиклем күтәрелә. Ял көнө Кобленц ҡалаһын да һыу баҫа. Бында һыу кимәле 8,3 метрға тиклем еткән. ҡаланың Мозель йылғаһының Рейнға ҡойған урыны бер метрға һыу аҫтында ҡалған, шулай уҡ яр буйындағы йорттарҙы ла һыу баҫҡан. Әле 5 мең кеше йәшәгән кварталды һыу баҫыуы ихтимал, тип фаразлайҙар. Шишәмбелә һыу Кельн менән Дюссельдорфҡа ла барып етәсәк.

Яңы система цунами яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә

Тымыҡ океан ярында цунами яҡынлашыуы тураһында хәбәр итеүсе яңы система эшләй.
Яр буйлап биш метр тәрәнлектә махсус датчиктар урынлаштырылған. Улар ярға етеп, яр буйындағы төҙөлөштәрҙе емерә алырлыҡ тулҡындарҙы дөрөҫ итеп билдәләй ала. Яңы ҡорамал ярҙамында тулҡындарҙың тиҙлеген һәм уларҙың үҙгәреүен минутына тиклем иҫәпләп сығарырға мөмкин. Яңы система диңгеҙ төбөнән алынған мәғлүмәтте автоматик режимда Владивостоктағы Цунами үҙәгенә һәм Рәсәй буйынса Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә. Хәҙер Приморье крайы халҡы яҡынлашып килеүсе тулҡын тураһында тиҙ арала иҫкәртеләсәк.

Самолет һәләкәткә осраған

Ирандың төньяҡ-көнбайышында Iran Air авиакомпанияһының пассажир самолеты һәләкәткә осраған.
Лайнер Тәһрандан Урмия ҡалаһына осош яһаған. Көслө ҡар һәм томан арҡаһында самолет мәжбүри туҡталыш яһарға тейеш булған. Беренсе ынтылыштан ул ергә төшә алмай, икенсе ынтылыш яһаған ваҡытта бер нисә өлөшкә бүленә. Самолетта барлығы 100-ҙән ашыу пассажир була.
Иран дәүләт мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 77 кеше һәләк булған.

Альпинистар ҡамауҙа ҡалған

Өс Украина саңғысыһы Альптағы Монблан тауында 4303 метр бейеклектә ҡамауҙа ҡалған.
Көн торошоноң ҡапыл боҙолоп китеүе арҡаһында кесе йоманан алып улар хәрәкәт итеүен туҡтатыр­ға мәжбүр булған. Һуңғы көндәрҙә яуған йомшаҡ ҡар һәм көслө ел һөҙөмтәһендә альпинистар янына ҡотҡарыусылар ҙа яҡынлаша, хатта вертолет та күтәрелә алмай. ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, ел көсәйгәндән-көсәйә бара, һәм Украина спортсыларын аҙыҡ-түлек һәм газ, башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү мөмкин булмаясаҡ. Өҫтәүенә, яҡын көндәрҙә көн торошоноң һәйбәтләнеүе лә көтөлмәй. Ә һуңғы көндәрҙә яуған ҡар ҡатып өлгөрмәгәнлектән, уның өҫтөнән хәрәкәт итеүе лә бик хәүефле. Саңғысылар менән радиобәйләнеш булдырылған. Улар ҡарҙа өң яһап, шунда палатка ҡорған. Һаулыҡтарына әлегә ҡурҡыныс янамай, әммә аҙыҡ-түлектәре бөтөп бара.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға