«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Енәйәттәр асыҡланырға тейеш



08.01.2011 Енәйәттәр асыҡланырға тейеш

Енәйәттәр асыҡланырға тейешБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәр­ҙәрен енәйәттәрҙе, беренсе сиратта, ауыр енәйәттәрҙе асыҡлауҙы арттырырға саҡырҙы.
Уның әйтеүенсә, бөгөн Баш­ҡортостанда теркәлгән енәйәттәр­ҙең һәр өсөнсөһө асылмайынса ҡала. Бынан тыш, вазифалы кешеләрҙең енәйәттәрен йәшереү кеүек кире тенденция таралған. ҡайһы берҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәр­ҙәре енәйәтте асыҡлау урынына уны теркәүҙән баш тарта.
– Ошо рәүешле эш итеүселәр ысынында иһә енәйәтте йәшереп, енәйәтселәргә булышлыҡ итә, – тине Президент. – Быйыл декабрҙә генә республика Прокуратураһы ошондай енәйәтте йәшереүҙең 40 фактын асыҡланы. Шуға күрә хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселегенә енәйәтте теркәүҙән баш тартҡан хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ҡәтғи саралар күрергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға