08.01.2011 Рузалия Хисмәтуллина – финанс министры
Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, Рузалия Хисмәтуллина Башҡортостан Республикаһының финанс министры итеп тәғәйенләнде.
Рузалия Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина 1954 йылда Мари АССР-ы Маркинский районының Комсомольск ҡасабаһында тыуған. ҡаҙан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. 1994 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары, беренсе урынбаҫары булып эшләгән.
Рузалия Хисмәтуллина «БР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеменә лайыҡ, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.