25.12.2010 Иң сағыу байрамда – иң һәләтле балалар
Төп шыршы байрамына килгән балаларҙы ике республиканың Президенттары ҡотланы
Сағыу уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы, шуҡлығы, аҡылы, хәйләкәрлеге менән таң ҡалдырған әкиәт персонаждары һәм, әлбиттә, ҡыш бабай менән ҡарһылыу – быларҙың барыһы ла балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә көтөп алған байрамының төп геройҙары. Шыршы байрамдары һәр ерҙә үтә: балалар баҡсаһынан башлана ла, хатта атай-әсәйҙәрҙең эшендә лә билдәләнә. ҡайһы ғына баланан һорама, яратҡан байрамы тип Яңы йылды атай. Илдә шыршы байрамының абруйлы, мәртәбәлеһе, әлбиттә, Президент шыршыһы. Башҡортостанда был кисә 22 декабрҙә үтте. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеү яулаған иң алдынғы, иң һәләтле, ғөмүмән, республика мәктәптәренең «иң-иң»дәре Нефтселәр мәҙәниәт һарайына йыйылды.
– Минең ҡолағым матур торамы ул? (Кескәй генә бала ҡуян булып кейенгән).
– Ой, күлдәгемә теймә! (Быныһы харап ҡупшы үҫмер ҡыҙ).
– ҡарағыҙ әле, бынау ҡар бөртөгө төштө лә китте... (Ап-аҡ күлдәкле ҡыҙсыҡ хатта сәсенә лә «ҡар» яуҙырған).
– Апай, ә ҡыш бабай хәҙер үк киләме? (Малай һорауын йөҙөнә етди төҫ сығарып бирҙе, уның өсөн ҡыш бабай әкиәттәрҙә генә йәшәмәй, буғай).
Мәҙәниәт һарайының фойеһы ошондайыраҡ һорау-хәбәрҙәрҙән, төрлө костюмдар кейеп, шат йөрөгән балаларҙан шау-гөр килеп тора. Кемдәр генә юҡ: ҡупшы ҡуяндар, принцессалар, айыу-төлкөләр...
Бер төркөм уҡыусылар янына туҡталам. Салауат районынан килгәндәр икән. Миәшәгәр, Малаяҙ, Тирмән, Арҡауыл, Икенсе Иҙелбай мәктәптәренең иң һәләтле балалары. 9-сы класс уҡыусыһы Гөлшат Манапова биология, химия кеүек фәндәрҙә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Президент шыршыһына ебәрелгән. Ул – олимпиадалар еңеүсеһе, фәнни тикшеренеүҙәр ҙә алып бара икән. ҡуян образына ингән сибәр ҡыҙ менән дә танышабыҙ. Альбина Абдуллина – Күгәрсен районы Исем мәктәбенең алдынғы уҡыусыһы.
– Байрамдан ҡайтыуымды атайым, әсәйем, Айҙар ағайым менән Арыҫлан туғаным түҙемһеҙләнеп көтә. Баш ҡалала алған тәьҫораттарымды һөйләп бөтә алмаҫмын инде, – ти биология, экология, Башҡортостан мәҙәниәте фәндәрен үҙ итеүсе ҡыҙ.
ҡап уртала шыршы ҡупырайып ултыра. Шуныһы ғына йыл һайын ҡабатлана – бер нисә әкиәт персонажы шыршы тирәләй йөрөй, ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрмәксе була, аҙаҡтан ҡыш бабай менән ҡарһылыу килә, шыршыла ут тоҡана. Был юлы ла балалар тамашанан бер ниндәй ҙә мөғжизә көтмәгән кеүек ине, Президент ҡунаҡҡа килде, тигәнде ишеткәс тә, йәнлелек тулҡыны үтте.
Бер түгел, ике Президент килде байрамға – Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов беҙҙең республикаға эш сәфәре менән килгән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты ла һәләтле балалар янына алып килгәйне.
– Һеҙҙең республикабыҙҙың ысын патриоты булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Һәр берегеҙ, һәләтен асып, барлыҡ хыялдарын тормошҡа ашыра алһын! – тине БР Президенты Рөстәм Хәмитов. Ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын – ул Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатына микроавтобус асҡысы тапшырҙы. Күрше республиканан да буш ҡул менән килмәгәйнеләр: Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов шундай уҡ транспортты баш ҡалабыҙҙың 1-се балалар йортона бүләк итте.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.