«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ике республика араһында хеҙмәттәшлек киңәйәсәк



25.12.2010 Ике республика араһында хеҙмәттәшлек киңәйәсәк

Ике республика араһында хеҙмәттәшлек киңәйәсәкӨфөлә Президент Рөстәм Миңлеханов етәкселегендә Татарстан Республикаһы делегацияһы булды. Был – күрше республика башлығының Башҡортостанға тәүге сәфәре.
Башҡортостан һәм Татарстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу төп ваҡиғаға әйләнде. Бынан тыш, ике Президент «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы менән танышты, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Президент шыршыһы байрамында, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды, Археология һәм этнография музейын ҡараны. Татарстан Президенты менән бергә Өфөгә килгән күрше республиканың популяр артистары ҙур концерт менән Өфө «Нур» татар дәүләт театрында сығыш яһаны.
***
Киләһе йыл башында республика делегацияһы Татарстан тәжрибәһен өйрәнеү өсөн ҡаҙанға барасаҡ.
– Татарстан беҙгә сәнәғәт комплексын модернизациялау, инновациялар менән әүҙем шөғөлләнеүсе төбәк булараҡ ҡыҙыҡлы. Бында индустриаль һәм технопарктар байтаҡ. Етмәһә, беҙ нефть эшкәртеү комплекстары өсөн бер сеймал менән «туҡланабыҙ» бит, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү кәрәклеген дә билдәләне. Уның әйтеүенсә, күрше республиканан беҙгә шағирҙар, яҙыусылар, артистар, рәссамдар күберәк килһен, ә беҙҙекеләр Татарстанда йышыраҡ булһын.
***
Татарстан менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған ваҡытта Башҡортостан Президен­ты Рөстәм Хәмитов социаль туризм проекты сиктәрендә Башҡортостан халҡының Татарстандың баш ҡалаһы ҡаҙанға йөрөйәсәге тураһында белдерҙе. Был пилот проекты федераль кимәлдә хупланған һәм яңы йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан Президентының социаль туризмды үҫтереү идеяһын Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев хупланы. 2011 йылда пенсия йәшендәге кешеләргә туристик юлламаны компенсациялауға республика ҡаҙнаһынан 37 – 38 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға