«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Белореттың 250 йыллығына – миллиард һум



21.12.2010 Белореттың 250 йыллығына – миллиард һум

Белорет үҙенең 250 йыллығына кәмендә бер миллиард һум аҡса аласаҡ. Аҡса ҡаланы төҙөкләндереүгә һәм яңы социаль объекттар төҙөүгә тотоноласаҡ.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикалағы иң мөһим сәнәғәт үҙәктәренең береһе – Белоретта байтаҡ проблемалар асыҡланды. Эшһеҙлектең юғары кимәле, эш хаҡының уртаса республика күрһәткесенән ҡалышыуы (14600 һум, ә республика буйынса – 16500 һум), яңы торлаҡ төҙөү темптарының түбән булыуы – был күрһәткес буйынса Белорет Башҡортостанда 47-се урынды биләй.
Төбәктең артабанғы үҫеше, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, туранан-тура бындағы иң ҙур предприятие – Белорет металлургия комбинатына бәйләнгән. Район ресурстарға – ҡаҙылма байлыҡтар запастарына, урманға, туризмды үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр биреүсе уникаль тәбиғәт ландшафттарына эйә, ә уларҙы үҙләштереү өсөн инвесторҙар йәлеп итергә кәрәк.

«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға