21.12.2010 Р. Хәмитов Дәүләт Советы Президиумы составына инде
Был юлы унда БР Президенты Р. Хәмитов, Яҡутстан Президенты Е. Борисов, Ярославль өлкәһе губернаторы С. Вахруков, Коми Республикаһы Президенты В. Гайзер, Ростов өлкәһе губернаторы В. Голубев, Ямал-Ненец Автономиялы Округы губернаторы Д. Кобылкин, Дағстан Республикаһы Президенты М. Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Д. Мезенцев инде.
Президиум Дәүләт Советының эш планын, шулай уҡ уның сираттағы ултырышының көн тәртибен ҡарай һәм уның эш планының, ҡарарҙарының нисек атҡарылыуын анализлай. Дәүләт Советы Президиумы ултырыштары уға мохтажлыҡ килеп сыҡҡан һайын, тик айына бер тапҡырҙан да ҡалмайынса үткәрелә. Уның составын Рәсәй Президенты билдәләй, һәм ул һәр ярты йыл һайын үҙгәртелә. Президиумдың быға тиклемге составын ил башлығы быйыл июндә раҫлағайны.