21.12.2010 Белорет металлургия комбинатында яңы производство
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота Белорет металлургия комбинатында иретеп йәбештереү өсөн баҡырлы сым производствоһын асыуҙа ҡатнашты.
Григорий Рапота, илебеҙ иҡтисады әкренләп көрсөк эҙемтәләрен еңә бара, тип билдәләп, конкуренцияға һәләтле предприятиелар еңеп сыҡты, тине. «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – тап шундайҙарҙың береһе. Завод көрсөк ваҡытында үҙ позицияларын нығытыуға өлгәште.
Яңы комплекс йылына 0,8 – 2 миллиметр диаметрлы 4200 тонна баҡыр сым һәм өс миллиметр диаметрлы 3660 тонна асыҡ иретеп йәбештереү сымы етештереү ҡеүәтенә эйә. Иретеп йәбештереү сымы төҙөлөштә, энергетикала, автомобиль, нефть һәм газ сәнәғәтендә файҙаланыла. Яңы производствоға инвестициялар күләме 87 миллион һум тәшкил итте. Яңы ҡорамалды ебәреү һөҙөмтәһендә 50 яңы эш урыны барлыҡҡа килде.