«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йөрәктәребеҙ – тыуған ерҙә



19.05.2017 Йөрәктәребеҙ – тыуған ерҙә

Ғәзиз ерем! Ни тиклем йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, изгеһең һин. Бәпкә үләне баҫҡан урамдарың, ҡышҡы һалҡын бурандарың, күкрәгеңдән урғылып сыҡҡан шишмәләрең, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың – барыһы ла ҡәҙерле миңә! Бөтә изге нәмә һинән башлана: йыр ҙа, хеҙмәт тә, мөхәббәт тә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, йондоҙҙар­ҙы һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын һиндә тойҙом. Икмәктең тәмен-ҡәҙерен белергә лә өйрәттең.

Бәләкәйҙән үк матурлығың күңелемә һеңгән, йомартлығың йөрәгемә күскән. Аунап-тәгәрәп уйнаһам, миңә йәшел сиҙәм йәки сәскәләргә төрөнгән болон булдың, күккә ҡараһам, төрлө-төрлө һүрәттәргә ингән болоттарың менән мауыҡтыр­ҙың, хыялым ҡанаттарында зәңгәр киңлектәргә күтәрҙең...
Һинең яҙмышың – минең яҙмышым. Шатланһаң, мин дә һөйөнәм, һин ыңғырашһаң, йөрәгем әрней. Йөрәк әрнеткес афәт, бәлә һағалай шул үҙеңде. Ул – беҙҙең өҫкә ябырылып килгән экология һәләкәте. Был ҡурҡыныс хаҡында беҙ ишетеп кенә түгел, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, тойоп беләбеҙ.
Ауылыбыҙ хәлен генә алайыҡ. Бынан 20 – 30 йыл самаһы элек уның тәбиғәте иҫ киткес матур булған. “Ул саҡта мул һыулы Уралыбыҙ, киң йәйелеп, тәпәш кенә ярҙарына һыйыша алмаған тулҡындарын ғорурлыҡ менән түбәнгә табан ҡыуыр ине. Ярҙарында сихри тамаша – болоттарға ынтылып үҫкән ҡайындар, серҙәр шыбырлашҡан талдар. Ҡарағат, балан, миләш, муйыл, гөлйемеш йыйып бөткөһөҙ ине. Ә хәҙер...” – тип һөйләй әбей-бабайҙар.
Өлкәндәрҙең был һүҙҙәре беҙгә хәҙер әкиәт кенә кеүек күренә. Шулай булмай, йырҙарҙа маҡталған данлы йылғабыҙ тартылып, бәләкәйләнеп ҡалған, һүрән генә аға. Һыуҙарында балыҡ та уйнамай, ҡоштар ҙа юҡ, хатта сиңерткә лә сырылдамай. Шомло тынлыҡты боҙоп, ара-тирә генә ҡарға ҡарҡылдап ҡуя.
Кем ғәйепле һуң тирә-йүндең аяныс хәлдә ҡалыуына?
Әлбиттә, үҙебеҙ. Ерҙе, күкте, һыуҙы ҡара төтөн, ағыулы ҡалдыҡтар, төрлө химикат, сүп-сар менән ағыулайбыҙ. План үтәү тип, “аҡыллы баш” етәкселәр арҡаһында һыубаҫар болондар һөрөлөп, урынына беҙҙең яҡта бөтөнләй үҫмәгән кукуруз сәселде. Әле һыу ҙа юҡ, үлән дә үҫмәй. Сөнки тупраҡтың өҫкө уңдырышлы ҡатламы һабан менән аҡтарылды, яҙғы ташҡындар менән йыуылып, ағып бөттө, ҡом ғына ятып ҡалды. Ауылымдың ике яҡ осонда ла, алтын һәм ҡом сығарабыҙ тип, ерҙе аҡтаралар. Унда, әлбиттә, бер нәмә лә үҫмәй.
Ә урманды аҙ ҡырҡабыҙмы ни? Ер күркәмлеге, “кислород фабрикаһы”, йәшел ҡалҡан... Дөйөм байлығыбыҙ, хаҡһыҙ ялсыбыҙ... Беҙҙең яҡтағы кеүек урмандар Рәсәйҙә бихисап! Шуларҙың балтанан, бысҡынан, бульдозерҙарҙан имгәнгәндәре, һәләкәткә дусар ителгәндәре күпме?!
Урман, тигәс, әлбиттә, минең күҙ алдыма тәүҙә гүзәл ҡайындар килеп баҫа. Үҙебеҙҙең Мышағыр кеүек матур тауҙы, ундағылай һомғол ҡайындарҙы күргәнем юҡ!
Ҡайындар! Туй күлдәге кейгән зифа буйлы ҡыҙҙарға оҡшатам һеҙҙе. Ап-аҡ һынығыҙ өҫтөндәге йәшел бөҙрә суҡтарығыҙ һеҙгә айырыуса бер гүзәллек бирә.
Шундай гүзәллеккә нисек итеп балта күтәрергә була икән?! Тәбиғәткә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыланыуыбыҙҙы туҡтатмаһаҡ, бер нисә йылдан эсәр һыуһыҙ, һулар һауаһыҙ тороп ҡалыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Кешенең сирен дә ваҡытында дауаламаһаң, нимә булырын яҡшы беләбеҙ. Тәбиғәт тә хәҙер ошондай хәлдә түгелме ни? Етәкселәребеҙ, депутаттарыбыҙ тарафынан тәбиғәтебеҙҙе экологик һәләкәттән һаҡлап ҡалыу өсөн бихисап эш башҡарылыр, тип ышанам. Әле һуң түгел. Афәттән ҡотолорға була. Ә бит беҙ – ерҙеке. Ағас тамыры ғына түгел, беҙҙең йөрәктәр ҙә тыуған ергә, тыуған тупраҡҡа тоташҡан.

Лилиә ДИНМӨХӘМӘТОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға