«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



24.08.2010 Донъя яңылыҡтары

Йорттарын ҡайтарыуҙан баш тарттылар

Абхазия властары республикала йәшәүсе рәсәйҙәрҙең мөлкәт хоҡуҡтарына ҡағылышлы концепцияны кире ҡаҡҡан.
Һүҙ «Абхазия Республикаһында Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөлкәт хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй-Абхазия комиссияһының берҙәм эшмәкәрлек концепцияһы» тураһында бара. Абхазия Республикаһы Хөкүмәте башлығы Сергей Шамба әйтеүенсә, документты РФ Сит ил эштәре министрлығынан ебәргәндәр. Әммә уның теркәү номеры ла, аңлатмалы хаты ла юҡ. «Кемдең тәҡдиме – бер нәмә лә аңлашылмай. Шунлыҡтан проект шунда уҡ кире ҡағылды», – ти ул.
Премьер-министрҙың сығышы Абхазия баҫмаларында бер журналистың республика етәкселеген милли мәнфәғәттәрҙе яҡламау­ҙа ғәйепләп яҙған мәҡәләһенә ҡаршы яуабы ул. Журналистың фекеренсә, был концепция раҫланған хәлдә, 1990 йылдар башындағы хәрби низағтар ваҡытында республиканы ташлап китергә мәжбүр булған меңәрләгән грузинға кире ҡайтыу өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ. Сергей Шамба иһә милли мәнфәғәттәрҙе яҡламауҙа ғәйепләүҙе тулыһынса нигеҙһеҙ тип баһалай.
Бында Рәсәй халҡы ла, йәшәгән йорттарынан яҙып, ҙур ғына зыян күрә. Ыҙғыштар нигеҙендә Рәсәй – Абхазия комиссияһын төҙөргә ҡарар ителә лә инде. Шул уҡ ваҡытта торлаҡһыҙ ҡалған рәсәйҙәр РФ Сит ил эштәре министрлығын судҡа бирә. Улар мөлкәткә хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса ведомствонан бер ниндәй ҙә ярҙам көтөп ала алмауын белдерә. Абхазия Президенты Сергей Багапш июнь аҙағында урындағы власть вәкилдәренә был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирергә һәм күсемһеҙ милекте баҫып алыуға ҡаршы киҫкен көрәшергә ҡуша. Республика башлығы, чиновниктарҙың эшләп еткермәүе арҡаһында шундай «дипломатик низағтар» тыуа, тип белдерә.

Рәсәй флагының әһәмиәтен иҫкә төшөрҙөләр

«Ғәҙел эш» партияһы активистары Мәскәү үҙәгендә митинг үткәреп, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы байрамын ойошторҙо.
Акция барышында улар 1991 йылда булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө. Сығыш яһаусылар 19 йыл элек Аҡ йорт янында булған фетнәнең Рәсәй өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. «Беҙҙең өсөн был байрам айырым мәғәнәгә эйә, сөнки ул миллионлаған Мәскәү кешеһенең урамдарға сығып, үҙ хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауынан, үҙҙәре теләгәнсә йәшәүҙе даулауынан, демократияның фетнәне еңеүенән һуң башланды. Шуға күрә флагтың төҫтәре – аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл – ҙур мәғәнәгә эйә. ҡыҙыл – ул азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш тигәнде аңлата», – ти Рәсәй каналына биргән интервьюһында «Ғәҙел эш» партияһының ағзаһы Борис Надеждин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға