«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алған



14.12.2010 Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алған

Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алғанБолгария Күмертауҙа етештерелгән Ка – 32А11ВС вертолет моделе менән ҡыҙыҡһына. Был «тимер ҡош­»то «ҡанатлы янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыу­сы вертолет» тип йөрөтәләр.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында уҙғарыл­ған матбуғат конференцияһы башланғанға тиклем Күмертау авиация-производство предприятие­һы менән Бол­га­рияның «БИ ЕЙЧ ЕРЪ» авиакомпанияһы араһында аралашсы булып торған «Тех­пром­сервис» ябыҡ акционерҙар йәм­ғиәте» яңы техниканың тышҡы һәм эске йөҙөн, нимә менән йыһазландырылыуын, техник мөмкинлектәрен күрһәтте.
Беҙҙең вертолетҡа ихтыяж көндән-көн арта бара – 2015 йылға тиклем төрлө илдәргә 182 техника берәмеге оҙа­тылыр­ға тейеш. Ка – 32А11ВС, санитар һәм ҡотҡарыусы машина булараҡ, донъяның төрлө мөйөштәрендә сыҡҡан урман, ҡала янғындарына ҡаршы кө­рәштә мөһим роль уйнай. Ка – 32 тибындағы вертолеттарҙы уңыш­лы ҡулланыу һөҙөмтәһендә меңәрләгән урман янғыны һүндерелгән, сәсеүлектәр һаҡлап алып ҡалынған.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға