14.12.2010 Һәр шишмәнең үҙ исеме булһын
Һыу стратегияһы буйынса яңыраҡ үткән парламент тыңлауҙарында нефть предприятиелары эшмәкәрлеге арҡаһында республиканың бер нисә районы йәшәү мөмкинлеге яраҡһыҙ зонаға әйләнгән: 70 йыл нефть табыу эше алып барыу осоронда ер аҫты һыуҙары нефть скважиналарына тоҙ иретмәһе ебәреүҙән зыян күргән.
«Башнефть» АНК-һы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Виктор Хорошавцев, компания идараһы ултырышының көн тәртибенә нефть предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә зыян күргән райондарҙы һыу менән тәьмин итеү тураһындағы пункт индерелгән – яңы һыу үткәргестәр төҙөүҙе «Башнефть» үҙ өҫтөнә ала, тип белдерҙе.
Ул шулай уҡ «Башҡортостан шишмәләре» программаһы буйынса республикала быға тиклем тәрбиә күрмәгән 160 шишмәнең төҙөкләндереләсәге тураһында ла хәбәр итте. Һәр шишмәгә исем биреләсәк, компания хеҙмәткәрҙәре уларҙы үҙ тәрбиәһенә аласаҡ.