24.08.2010 Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ҡышҡа әҙерләү тотҡарлана
Быйыл республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы 401 бинаны һәм ҡоролманы ремонтлау планлаштырыла. Уларҙың 281-е ремонтланған да инде. Медицина учреждениеларын ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләүгә 332 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, был капиталь ремонтҡа ҡаралған аҡсаның 55 процентын тәшкил итә.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов бүленгән аҡсаның ни өсөн яртыһы ғына үҙләштерелеүе менән ҡыҙыҡһынды. БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюковтың һүҙҙәренсә, аҡса тик май аҙағында ғына бүленгән. Ә бөтә эштәрҙе лә башҡарыу өсөн контракт процедураларын һәм технологик эштәрҙе атҡарырға кәрәк булған.
– Әле, башлыса, ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡаты яғыулыҡ менән тәьмин итеү эше әүҙем бара, – тине министр. – Августа ҡыйыҡ эштәре тамамланасаҡ. Әлеге көндә 346 әҙерлек паспортының 63-ө генә әҙер. 280-е – әҙерләнеп бөтөү стадияһында.
Рөстәм Хәмитов иҫәпкә алыу приборҙарын ҡуйыу тураһында оноторға ярамағанлығын иҫкәртте. Экономияланмаған һәр киловатт-сәғәт йәки гигакалория ҡаҙнаға һуға.
– Йылылыҡ һәм һыу иҫәбен алыусы приборҙарҙы ҡуйыр алдынан учреждениеларҙа йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса аудит үткәрәсәкбеҙ, – тине А. Евсюков. – Энергия менән тәьмин итеү буйынса аудитта бөтә учреждениелар ҙа ҡатнаша.
Ведомство башлығы учреждениелар балансында 86 дизель генераторының ҡорамалдары резерв энергия сығанағы итеп ҡулланылыуын билдәләне.