«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эшҡыуарҙарҙы ла һанайҙар



14.12.2010 Эшҡыуарҙарҙы ла һанайҙар

2012 йылдың 1 июленә тиклем Рәсәйҙә бизнесты иҫәпкә алыуға һуңғы йомғаҡ яһаласаҡ.
Киләһе йыл яҙ башланасаҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъ­екттары эшмәкәрлегенә дөйөм күҙәтеүҙең һуңғы һәм яҡынса һөҙөмтәләре халыҡҡа еткереү өсөн баҫып сығарыласаҡ. Бөтә мәғлүмәт иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре, милекселек һәм ойоштороу-хоҡуҡи формалары буйынса бүлеп биреләсәк. Бизнес өлкәһендәге эштәр торошо тураһында тотош Рәсәй буйынса ла, муниципаль райондарҙы һәм ҡала округтарын айырым индереп, һәр төбәк буйынса ла белергә мөмкин буласаҡ.

Р. БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға