«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Етди ҡаҙаныш буласаҡ»



14.12.2010 «Етди ҡаҙаныш буласаҡ»

9 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин менән Франция Премьер-министры Франсуа Фийон ҡатнашлығында хөкүмәт башлыҡтары кимәлендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса Рәсәй-Франция комиссияһының ултырышы үтте. Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Владимир Путин үҙ сығышында, ике ил араһында инвестицион хеҙмәттәшлектә тәүге етди ҡаҙаныштар төҫмөрләнде, тип белдерҙе һәм Францияның «Альстом» компанияһын айырым телгә алды.
Уның фекеренсә, «РусГидро» компанияһының «Альстом» фирмаһы менән хеҙмәттәшлеге бик отошло. Сөнки бында стратегик партнерлыҡ һәм Башҡортостанда юғары технологиялы энергия ҡорамалдары етештереү юлға һалынасаҡ.
Ошо маҡсатта Мәскәүҙә Башҡортостанда берлектәге «РусГидро-Альстом» предприятие­һы төҙөү тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул да ҡуйылғайны. Был предприятие гидроэлектростанциялар өсөн ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнәсәк.
Башҡортостан Президенты Рөс­тәм Хәмитов та әлеге килешеүҙе, республика өсөн ҙур социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә, тип билдәләй. Уға ярашлы, «РусГидро» акционерҙар йәмғиәте менән «Альстом» республикала гидростанциялар өсөн энергетик ҡорамалдар етештереү буйынса берлектәге предприятие төҙөйәсәк. Планлаш­тырылған инвестицияларҙың суммаһы 500 миллион евро самаһы тәшкил итәсәк. Ә артабанғы этаптарында сумманың бер миллиард евроға тиклем арттырылыуы ихтимал.
Предприятие продукцияһын файҙаланыу республикала, атап әйткәндә, Түбәнге Һөйән гидроузелы төҙөлөшөндә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә талап ителәсәк. Мәҫәлән, ул Кубанда һәм Волга-Кама бассейнында гидроэлектростанциялар каскады төҙөлөшөндә лә кәрәк икән. Берлектәге предприятиеның планында – Өфө заводы продукцияһын бөтә донъя буйлап һатыу.
Әйткәндәй, завод киләһе йылдың май аҙағында төҙөлә башлаясаҡ. Ә йыл ярымдан тәүге продукция сығырға тейеш. Республика буласаҡ технопаркҡа һәр яҡлап ярҙам итергә ниәтләнә. Комплекс Өфө районының Зубов ауылы биләмәһендә урынлашасаҡ.

Р. НУРИСЛАМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға