14.12.2010 Өс һөйләм менән
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк политсоветы секретары Константин Толкачев кисә фирҡәнең Генераль һәм Юғары советтарының Мәскәүҙә үткән берлектәге ултырышында ҡатнашты. Унда РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары советы рәйесе Борис Грызлов сығыш яһап, яңы һайлау циклы алдынан «тырышлыҡты арттырырға» саҡырҙы.
Башҡортостан предприятиелары 15 – 19 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Рәсәйҙә етештерелгәнде һатып алығыҙ» XIV Бөтә Рәсәй форумына саҡырылған. Сара РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында ойошторола. Белгестәр фекеренсә, форумда ҡатнашыу республика тауар етештереүселәренә федераль кимәлдә танылырға һәм һатыу баҙарын киңәйтергә ярҙам итәсәк.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин республикала «Уҡытыусылар парламенты»н ойошторорға тәҡдим итте. Бөгөн депутаттарҙың 1420-һе – мәғариф өлкәһе вәкиле. Депутат, яңы парламент маҡсатҡа ярашлы һәм мәғариф өлкәһендәге актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мөһим роль уйнар, тип ышана.
Башҡортостан һәм Татарстан артистары Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә ҡудашеваның Хәтер кисәһен ойоштора. Сара 16 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк. Күренекле йырсы 9 октябрҙә туҡһанынсы йәшендә вафат булғайны.
«Мәләүез шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ярты быуат ваҡыт эсендә ул үҙен ҡеүәтле, дәғүәселеккә һәләтле предприятие итеп танытты. Бөгөн бында тәүлегенә 3,5 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелә, 650 тонна шәкәр етештерелә.
Малсылыҡҡа һәм тоҡомсолоҡҡа арналған республика кәңәшмәһе үтте. Сарала хәбәр ителеүенсә, ветеринария идаралығы яһалма ҡасырыуҙы пропагандалау маҡсатында шәхси сектор малдарын бушлай ҡасырыу айлығы үткәрмәксе. Бындай айлыҡтарҙы 2011 йылда ла ойоштороу күҙаллана.
Асҡын районы суды тарафынан законһыҙ урман ҡырҡҡан 47 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған. Баҡтиһәң, ул октябрь айында һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә ҡараған урман зонаһында ун биш төп шыршыны ҡырҡҡан. Һөҙөмтәлә атай кеше, бәлиғ булмаған өс балаһы булыуы иҫәпкә алынып, шартлы рәүештә өс йыл да дүрт айға яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Мәскәүҙә Рәсәй контроль-иҫәп органдары ассоциацияһының XVI конференцияһы үтте. Сара барышында ассоциацияның эш һөҙөмтәләре тикшерелде һәм иҡтисадты модернизациялау шарттарында артабанғы йүнәлештәре билдәләнде. Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының эшмәкәрлеге ассоциацияның Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланды.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.