«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент – төҙөлөш майҙандарында



24.08.2010 Президент – төҙөлөш майҙандарында

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге мөһим сәнәғәт объекттарының төҙөлөш һәм реконструкциялау барышы менән танышып сыҡты.
Ул баш ҡаланың Черниковка микрорайонындағы ҡала канализацияһын таҙартыусы ҡоролмаларҙың өсөнсө сиратын төҙөү урынында булды. Был төҙөлөш 1995 – 1996 йылдарҙа уҡ башлан­ған һәм финанс ҡытлығы арҡаһында туҡталып ҡалған булған. Әле объектты финанслау күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Уның 100 миллион һумдан ашыуы Рәсәй инвестиция фондынан килһә, яҡынса 400 миллион һумын республика бюджеты бүлгән, ә 85 миллион һум ҡала ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән.
Әле төҙөлөш эштәренең күпселек өлөшө тамамланған булһа ла, тотҡарлыҡтар бар. Төҙөү­селәрҙең бының сәбәбен аңлатыр­ға маташыуы Прези­дентҡа оҡшаманы.
– Һеҙ тендерҙа ҡатнашып, контракт төҙөгәнһегеҙ. График буйынса объектты декабрҙә тапшырырға тейешһегеҙ. Аҡса бар, эш фронты билдәләнгән. Һәм төҙөлөштө ваҡытында тамамлар­ға бурыслыһығыҙ!
Республика башлығы был мәсьәләне контролдә тотасағы һәм биш айҙан бында тағы ла киләсәге хаҡында белдерҙе.
Эксперттарҙың мәғлүмәттәре буйынса, объект файҙаланыуға тапшырылһа, таҙартылған һыуҙың сифаты күпкә яҡшырасаҡ һәм Ағиҙел йылғаһын бысратыу­сы матдәләр­ҙең миҡдары йылына 15 – 20 тоннаға кәмейәсәк.
Рөстәм Хәмитов Өфө тимер юл вокзалының ниндәй хәлдә булыуын да ҡараны. Ул шулай уҡ баш ҡаланың Ленин һәм Совет райондары биләмәһендәге автоюл магистралдәрен төҙөү барышы менән дә танышты.

«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға