«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ижтимағи диалогтар мөһим



24.08.2010 Ижтимағи диалогтар мөһим

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан үткәрелгән «Модернизацияның төбәк аспект­тары: яңы кешеләр, яңы ҡарарҙар» тигән кадрҙар форумы сиктәрендә РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владислав Сурковтың һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы президиумы секретары Вячеслав Володиндың партияның Волга буйы федераль округындағы төбәк бүлексәләре сәйәси советтары секретар­ҙары менән осрашыуы булды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Осрашыуҙа илдәге социаль-иҡтисади үҫештең көнүҙәк мәсьәләләре, шулай уҡ алдағы һайлауға әҙерлек тикшерелде.
Рәсәй Президенты Хакимиә­те етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владислав Сурков, «Башҡортостан Республика­һының сәнәғәт һәм инновация потенциалы: сәнәғәттең яңы технология базаһын булдырыу» секцияһы ултырышында ҡатнашып:
– Сәнәғәтте модернизациялау – беҙҙең уртаҡ етди бурысыбыҙ, – тип билдәләне. – Үҫеш алған иҡтисадтан башҡа илебеҙҙә инновация үҫеше мөмкин түгел. Бөгөнгө, илебеҙҙә тормош кимәле уртаса булған категорияға ингән шарттар­ҙа, ватаныбыҙҙа уникаль продукция булдырыу беҙҙең өсөн мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер юлы булып тора. Юғары кимәлгә ирешеү өсөн аҡыллы булыу ҙа кәрәк. Ә бының өсөн үҫеш талап ителә.
Фәнгә ярҙам итеү ҙә еңел эш түгел, сөнки фәнни идеяларҙың барыһы ла тормошҡа ашырылмай. Әммә дәүләт был эш менән шөғөлләнергә тейеш. Бөгөн талантлы ғалим, студент, белгес булыу яҡшы. Дәүләт һәм йәмғиәттең уларға ихтыяжы бар. Юғары мәктәпкә килгәндә, белем биреү сифатын күтәрергә кәрәк. Йәштәрҙе иҡтисадҡа, уйлап табыуҙарҙы коммерциялаш­тырыу­ға өйрәтеү зарур.
Һүҙен йомғаҡлап, Владислав Сурков:
– Беҙ Рәсәйҙе бай, көслө, алдынғы ил итеп күрергә теләйбеҙ, – тине.
Осрашыу барышында юғары ҡунаҡ республикала хәлдең тотороҡло булыуын билдәләп үтте һәм Рөстәм Хәмитовҡа уңышлы эшмәкәрлек теләне.
– Беҙ бындай форматта – кадр­ҙар форумы сиктәрендә беренсе тапҡыр осрашабыҙ, – тине Вячеслав Володин. – Бөтә ил, уның субъекттары өсөн модернизациялау, «Стратегия – 2020» мәсьәләләре ҡаралған ижтимағи диалогтар бик мөһим. Бындай партия форумдары республикала тағы ла йышыраҡ үткәрелер, тип ышанам.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов кадрҙар форумы Өфөлә үткәрелгән өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһы етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.

Р. БАҘЫҡОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға