«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостанды ҡар баҫмаясаҡ



11.12.2010 Башҡортостанды ҡар баҫмаясаҡ

Башҡортостанды ҡар баҫмаясаҡКүрше төбәктәр кеүек, Баш­ҡортос­танға күпләп ҡар яуыуы янамай.
«Баш­гидро­мет»тың баш синоптигы Анна Ко­заеваның хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ял көндәрендә синоптиктар ниндәйҙер ҡатмарлы һауа шарт­тары вәғәҙә итмәй. Шулай ҙа боҙлауыҡ буласаҡ. Ул водителдәрҙән элеккесә һаҡ йөрөүҙе талап итә. Дымлы һауа торошо арҡаһында республиканың айырым райондарында уға томан да ҡушылыуы ихтимал.
Яҡын арала температура фоны һиҙелерлек үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ нулдән 5 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Төндә термометр бағанаһы минус 2 – 7 градустан төшмәйәсәк.
Киләһе аҙна башында һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Синоптиктар 18 декабрҙән һуң Башҡортостанға яңы һалҡын һауа тулҡыны килеүен фаразлай.

«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға