«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Спорт һөйөүселәргә ҡаршы теракт



14.07.2010 Спорт һөйөүселәргә ҡаршы теракт

Спорт һөйөүселәргә ҡаршы терактУганданың баш ҡалаһы Кампалала яңғыраған ике шартлауҙа 64 кеше һәләк булған, йөҙләгән кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Теракт халыҡ күпләп йыйылып, футбол буйынса донъя чемпионатының финал матчын ҡараған урында ойошторолған. Бер шартлатҡыс – ресторанға, икенсеһе спорт-барға ҡуйылған.
Әлегә бер ойошма ла теракт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған. Шулай ҙа полицияға енәйәтселәрҙе ҡайҙан табырға тип баш ватырға түгел – быға тиклем урындағы бер енәйәтсел ойошма футбол буйынса донъя чемпионатын ҡарауҙы, Көнбайыш музыкаһын тыңлауҙы, хатта унан килтерелгән компьютер уйындарын уйнауҙы ла тыйған «указ» баҫтырып сығарғайны.
Шартлау булған урында аяғы, башы өҙөлгән кәүҙә табылған. Был шартлауҙы үҙ-үҙен үлтереүсе террорсы ойошторған тип фаразларға нигеҙ бирә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға