«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тау шыуырға яратҡан килен



09.11.2016 Тау шыуырға яратҡан килен

Тау шыуырға яратҡан килен
Ишембай районы ауылдарының береһендә булған был мәҙәк хәл. Уға 30 йыллап ваҡыт үткәндер инде...
Фәнис бабай менән Кәримә инәйҙең берҙән-бер улына 30 йәш тулып килә. Тик һаман да өйләнергә уйламай. Ата-әсәһе ҡайғыға ҡала, әллә ауылда йүнле ҡыҙҙар юҡмы икән, тип баштары ҡата. Мансаф әрмелә уңышлы ғына хеҙмәт итеп ҡайта, колхозда трактор йөрөтә, эшкә лә егәрле. Былай булмай тип, улар күрше ауылдан ҡыҙ димләргә була.
13 йәше тулып та өлгөрмәгән ҡыҙҙы һоратып баралар. Ете балалы ғаиләлә Әлфиә иң өлкәне. Аҡсаһыҙлыҡтан интеккәнгәме, ата-әсәһе ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә шунда уҡ риза була.
Ауылда гөрләтеп туй үткәрәләр. Тик аҙна ла үтмәй, Әлфиә үҙенең ҡыҙыҡ ҡылыҡтары менән ғәжәпләндерә башлай. Мансаф таң атыу менән эшкә ашыға, ә йәш кәләше күрше йорттағы балалар менән тау шыуырға сыға ла китә икән. Ҡәйнәһе көн дә уны сана шыуып йөрөгән еренән барып алып ҡайта.
– Һин бит килен кеше, өйҙә ултырырға тейешһең, һыйыр ҙа һауылмай тора, хәҙер ирең дә ҡайтыр, ашар­ға бешер, әйҙә, ҡайтайыҡ инде, – тип ялбара икән.
Күршеләр был хәлде көлөп тә, аптырап та күҙәткән.
Ул ваҡиғаға күп ваҡыт үтте. Мансаф менән Әлфиә бер-бер артлы өс балаға ғүмер бүләк итә. Хәҙер инде улар ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләй.

Рәсми сығанаҡтар буйынса, бөгөн иртә ҡоролған никахтарҙың 82 проценты тарҡала. Әлбиттә, хәҙерге йәштәр иртә өлгөрә. Йәмғиәттә күптән инде икенсе әхлаҡи ҡиммәттәр баһалана, шул иҫәптән енси мәсьәләләрҙә лә. Интернет селтәре лә үҫеп килгән быуынды “еңел-елпесә” тәрбиәләй. Шуға ла йәштәр ғаилә ҡороу мәсьәләһенә ифрат еңел ҡарай. Ул ғына түгел, күптәр был төшөнсәне тәүге сиратта аҡ туй күлдәге кейеп, шаулап-гөрләп торған табын артында күңел асыу менән генә бәйләй. Йә бергә йәшәп ҡарайҙар, ялҡһалар – айырылышалар. Үҙең, яҡындарың, башҡалар өсөн яуаплылыҡ тигән тойғо бөтөнләй юҡ. Әммә, нисек кенә булмаһын, һәр кемгә бөгөнгө ҡылығы өсөн барыбер иртәгә яуап бирергә тура киләсәк.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға