11.10.2016 Минең, һинең, беҙҙең РЕСПУБЛИКА!
Башҡорт еренең яңы тарихында, йәғни ХХ быуат башынан алып тип иҫәпләйек, республиканың тыуған көнө бер нисә тапҡыр билдәләнә.
1917 йылдағы Февраль революцияһынан һуң башҡорттар торған төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороу өсөн милли хәрәкәт башлана. Йәйге айҙарҙа Ырымбурҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа, унда федератив Рәсәй составында «милли-территориаль рәүештә демократик республика» төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Ошо уҡ йылдың 15 – 16 ноябрендә Башҡорт Үҙәк Шураһы Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө губерналарының өлөштәрен Рәсәй республикаһының автономлы өлөшө – Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә. Беҙ уны Бәләкәй Башҡортостан тип тә беләбеҙ. Бәләкәйе булғас, олоһо, йәғни ҙуры ла булырға тейештер бит? Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы – БАССР – 1919 йылдың 20 мартында ойошторола. Республикабыҙ ошо атама менән 71 йыл йәшәне. Һәм тағы ла бер тыуған көн – 1990 йылдың 11 октябре. Был көндө «Башҡорт АССР-ының Дәүләт суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителеүен йәш быуындың белмәүе лә ихтимал. Ошо ваҡиғанан һуң бер нисә ай үтеүгә БАССР Башҡортостан Республикаһы итеп үҙгәртелде.
Әйткәндәй, 2019 йылда беҙ РСФСР составында беренсе автономиялы совет республикаһы булған Башҡорт АССР-ының 100 йыллығын киң билдәләргә әҙерләнәбеҙ. Аҫыл төйәгебеҙ ҡасан ғына республика булып ойошмаһын, беҙгә, айырыуса аҫабаларға, ул йәндәй ҡәҙерле, яҡын, һоҡланғыс. Башҡортостаныбыҙҙың үткәне менән йыш ғорурланабыҙ. Ни тиһәң дә, Рәсәйҙең шаулы ла, шанлы ла, данлы ла тарихында башҡорт иле, Башҡортостан халҡы һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында булған. Бөгөн дә ҙур Ватаныбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып көн итәбеҙ. Халыҡсан телдә әйткәндә, ни күрһәк тә – бергә.
Башҡортостан әле Рәсәйҙең үҫешкән төбәктәре исемлегендә. Нефть эшкәртеү күләме, бензин, дизель яғыулығы, эре мал, һөт һәм бал етештереү буйынса ла беҙ алдынғылар рәтендә. Былтыр тулайым төбәк продукты (ВРП) бер триллион 421 миллиард һумға тиң булған. Был йән башына 349,9 мең һум тура килә тигән һүҙ. Бөгөн инвестициялар йәлеп итеү тураһында ла күп һөйләйбеҙ. Уның күләме йыл һайын арта. 2015 йылда республикаға ингән инвестициялар күләме 316 миллиард һумға еткән. Баш ҡалабыҙ Өфө лә бизнес алып барыу өсөн уңайлы ҡалалар сафына баҫты. Былтыр беҙҙә үткән БРИКС һәм ШОС ойошмаларына ҡараған дәүләттәр саммиттарынан һуң республикабыҙ тураһында бөтә донъя ишетте.
Эйе, беҙ үткәнебеҙҙең данлыҡлы мәлдәре менән ғорурланабыҙ. Боронғо беҙ. Тарихлыбыҙ. Ҡаһармандарыбыҙ күп булған. Бөтә тарихыбыҙ һалынған йырлы беҙ. Былар – кисәге көн. Бөгөнгөһөндә үҙебеҙ йәшәйбеҙ. Үҙебеҙ ниндәй, көнөбөҙ – шундай. Һәм хыялда – иртәгәбеҙ. Бына шул хаҡта һөйләштек әле бер төркөм уҡыусыбыҙ менән.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
Римма НӘЖМЕТДИНОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Бишбүләк районы:
– Халыҡ бәхетле икән, тимәк, беҙҙең республикабыҙ ҙа бәхетле. Ә кем үҙенең бәхетһеҙлеге тураһында һөйләһен?! Социаль һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, кешенең тамағы туҡ, эше, өйө булһа, кеҫәһендә ятҡан аҡсаһы алдағы көндәрендә иркен йәшәргә мөмкинлек бирһә – бәхетле. Тик бер ҡасан да бөтәһенең дә ошо көйө йәшәүе мөмкин түгелдер. Фәҡирҙәр һәр заманда ла булған. Беҙҙең быуын бәхетлерәк булды шикелле. Һәр хәлдә, беҙҙең алда “Ҡайҙан эш табырға?” тигән һорау торманы. Әлбиттә, уңайлылыҡтар әлегеләй үк түгел ине, һәр кемдең ихатаһында машина торманы, газ-һыу ҙа үтмәгән ине әле. Ҡул көсө күберәк кәрәкте. Шулай ҙа ауырлыҡтар алдында шаңҡып ҡалған, кредит ҡоллоғона батҡан кешеләрҙе осратманыҡ. Кешегә эш, шөғөл кәрәк. Республикабыҙҙа эшһеҙлек бөтөрөлгән, тип күҙ алдыма килтерәм яҡын киләсәкте.
Динар РӘХМӘТУЛЛИН, шәхси эшҡыуар, Өфө ҡалаһы:
– Мин төҙөүселәр династияһынан. Атайым заманында районда ҙур төҙөлөш бригадаһын етәкләгән. Нимәлер һалына икән, тимәк, был ерҙә йәшәү яҡшыра, тип ҡабатларға яратты. Олатайым да “төҙөүсе” булған – колхоз-совхоздар ойоштороуҙа, күтәреүҙә ҡатнашҡан ул. Тик ниңә был хужалыҡтар тарҡалғанын ғына аңламайым. Үҙем 15 йыллап төҙөлөштә, шуның һуңғы һигеҙ йылын шәхси эшҡыуар булараҡ уҙғарҙым. Шуға ла республиканың киләсәген ошо тармаҡ буйынса күҙаллайым. Иң мөһиме – халыҡ торлаҡ төҙөлөшөнә аҡсаһын ҡурҡмайынса һала аласаҡ. Берәү ҙә “алданған өлөшсө” булып михнәт күреп йөрөмәйәсәк, сөнки намыҫһыҙ төҙөүселәргә ҡаршы етди ҡанун сығасаҡ. Дәүләт йортһоҙҙарға ярҙам итеү яҡлы (ташламалы хаҡтар, түбән кредит ставкалары менән булһа ла), сөнки етәкселектең эш һөҙөмтәлелеге халыҡтың торлаҡ менән тәьмин ителеше яғынан да баһалана.
Зилиә МӘЖИТОВА, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты:
– Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген бик матур итеп күҙ алдыма килтерәм. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Айырыуса йәштәргә бөтә ерҙә – “йәшел светофор”. Хыялымды һеҙгә лә еткерәм. Шулай итеп, беҙ – Рәсәйҙең иң үҫешкән, иң алдынғы, иң бай, иң бәхетле республикаһы. Нисек байығанбыҙмы? Эшләп инде! Эшһеҙҙәр бөтөнләй юҡ. Йәштәр уҡып сығыу менән эшкә урынлаштырыла. Иртәгә ҡыҫҡартмаһалар ярар ине, тигән уй юҡ, шуға ла һәр кем тырышып эшләй. Мутлашыу, саботаж, урлашыу, коррупция юҡ. Берәү ҙә ҙур эш хаҡына ымһынып алыҫ Себергә китеп олаҡмай, сөнки үҙебеҙҙә бөтә ерҙә урындағылар эшләй, «арзан» мигрант-эшсе юҡ. Магазиндар ай һайын тиерлек тауарын ҡиммәтләндермәй, сөнки күп нәмә, айырыуса аҙыҡ-түлек, үҙебеҙҙә етештерелә. Ит-һөт ризыҡтарын райондарҙан килтерәләр – халыҡ та, хужалыҡтар ҙа рәхәтләнеп булған малының файҙаһын күрә. Колхоздар тергеҙелгән (насар нәмә булһа, өлкәндәр уны юҡһынмаҫ ине), һәр ауылда – заманса фермалар. Уҡыу һәм дауаланыу – бушлай. Халыҡ “ҡулланыусы, файҙаланыусы” тигән статустан “етештереүсе”гә әйләнгән. Шуға байығанбыҙ. Шәпме хыялым?!