14.09.2016 #UfaForum – йәштәр өсөн!
2 – 4 сентябрҙә Өфөлә #UfaForum белем алыу форумы ойошторолдо. Башҡорт йәштәре түҙемһеҙлек менән көтөп алған сарала республиканан, Силәбе өлкәһенән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Нимә һуң ул UfaForum? Бында башҡорт йәштәре өсөн бизнесыңды асыу һәм ойоштороу, онлайнда уҡыу, гранттар алыу, өҫтәмә эш табыу, сит илдә эшләү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар алдында үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, ярҙам итергә теләгән спикерҙар саҡырылды.
Йыйылыусылар йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, уның урынбаҫары Руслан Хәбибов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Милли берҙәмлекте нығытыу һәм милли-дини юҫыҡтағы экстремизмды иҫкәртеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Александр Ненашевтарҙың сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Өс көн буйы бер юлы өс майҙансыҡта йәштәр өсөн бизнес, старт-аптар, инновациялар, белем алыу, социаль технологиялар, PR креатив индустрия һәм шәхес үҫешенә арналған лекциялар һәм тренингтар үтте. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге эре компанияларҙың PR консультанты, киң коммуникациялар өлкәһе белгесе Руслан Йосопов, «Таргин Механосервис» директоры Рәмил Хисмәтуллин, Сколково Мәскәү идаралығы мәктәбе академияһының коучы һәм старт-ап педагогы Игорь Дубинников һәм башҡалар сығыш яһаны. Уларҙан тыш, интернет аша видеоэлемтә менән Швейцариянан БМО-ла эшләүсе Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес, Германиянан ғалимә Лира Ниғмәтуллина, Америкала, Малайзияла һәм башҡа илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ форумсыларға кәңәштәрен еткерә алды.
Umarta проекттар оҫтаханаһы иғтибарға лайыҡ булды. Бында йәштәр үҙҙәренең эшен башлау буйынса ярҙам ала алды. Питчинг мәлендә 30-ға яҡын проект тәҡдим ителде, финишҡа 16 команда барып етте. Улар инновациялар, интернет-проекттар, ҡушымталар, сервистар, традицион бизнес, ижади, социаль темаға ҡағылды. Умартасылар ике көн эсендә идеяны уйлап сығарып, проект йәки продуктты ҡылыҡһырлап, уны эшләп, тәҡдим итергә тейеш ине. Йәштәр команда менән эшләү тәжрибәһе алды, мәғлүмәтте анализлау, «мейе» штурмдары яһау, идеянан әҙергәсә юлды үтергә өйрәнде. Еңеүселәр – «КЕЙ» командаһы ошо исемле кейем бренды яһаны (улар тәүҙә тикшереү үткәрҙе һәм үҙ стилдәрендә традицион башҡорт кейеменең ДНК-һы ятыуын белдерҙе). Республика башҡорт интернат-лицейының 9-сы класс уҡыусылары Александр Батыргәрәев һәм Алмас Ғиниәтуллин бер тәүлектә Башҡортостанда үткәрелгән сараларҙы күрһәткән интерактив карталы сервис уйлап сығарҙы. Нимәһе шәп – шунда уҡ егеттәргә идеяларын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк инвесторҙар ҙа табылды.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.