«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Шүрәле иле»- Сибайҙа!



12.08.2016 «Шүрәле иле»- Сибайҙа!

«Шүрәле иле»- Сибайҙа!10 августа Сибайҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бөйөк татар яҙыусыһы Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 130 йыл булыу айҡанлы «Шүрәле иле» исемле күргәҙмә асылды.
Был регион-ара сәнғәт проектын Башҡортостан Республикаһының Н.Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы һәм Мәскәүҙәге Ш.Мәрджәни исемендәге фәнни һәм мәҙәни программаларға ярҙам һәм үҫеш фонды ойошторған. 2012 йылдан бирле Ҡазан, Ижевск, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа күрһәтелеп, Сибай ошо проект күргәҙмәһен ҡабул иткән 25 ҡала булып тора.
Күргәҙмәлә теләге булған һәр кем Ғабдулла Туҡайҙың данлыҡлы һәм һөйкөмлө персонажы - Шүрәле менән таныша ала. Уны булдырыу өсөн Рәсәйҙәге 150 ашыу профессиональ рәссамдар һәм сәнғәт мәктәбендә белем алған балалар ҡатнашҡан.
Шүрәле образын шағир 21 йәшендә генә булдыра. Шул ваҡыттан алып тәржемәселәр ярҙамында уның геройы күп илдәрҙә гиҙә. «Был әкиәтте яҙғанда үрнәк итеп бөйөк рус яҙыусылары Пушкиндың һәм Лермонтовтың әкиәттәрен алдым…» - тип яҙған шағир.
Кем һуң ул Шүрәле? Моғайын, ул һәр кемгә бала-саҡтан уҡ таныштыр. Шүрәле - урмандың эйәһе, әкиәт һәм мифологик персонажы. Уны кемдер йөнлө, башы мөгөҙлө, ҙур танаулы, ҡулындағы бармаҡтары кәкре-бөкрө, оҙон тип күҙ алдына килтерә. Ә кемдер, уны һылыу, кеше ҡиәфәтендә, ләкин ҡултыҡ аҫтында тишеге бар тип тә уйлай. Әгәрҙә-мәгәр берәү уның юлына тап булһа - бөттө баш! Ул ныҡ шаяртырға ярата. Хатта кешене ҡытыҡлап та үлтереүе бар! Шүрәле көтөүлектән атты айырып алып китеп йонсота. Ул һыуҙан ныҡ ҡурҡа, шуға ла Шүрәленән ҡотолор өсөн һыуға ырғыр кәрәк. Уны үҙен дә тишек кәмәгә ултыртып була - бармағын ағасҡа ҡыҫтырыр кәрәк. Ғабдулла Туҡайҙың әкиәтендә лә егет ярҙам һораған булып, Шүрәленең бармағын ҡыҫтырта.
«Шүрәле» әкиәтен яҙған ваҡытта, Туҡай, бәлки, күҙ алдына ла килтермәгәндер ниндәй дан аласағын уның геройы! Шүрәле образы күп балетмейстерҙарҙы, композиторҙарҙы, рәссамдарҙы, скульпторҙарҙы йәлеп иткән. Бөйөк яҙыусының ижады төрлө сәнғәт проекттарына нигеҙ булып тора.
Әйткәндәй, күргәҙмә үткән мәлгә тап итеп музейҙа «Пластилинлы фантазия» тигән конкурс иғлан ителде. Унда 4-15 йәштәге балалар үҙҙәренең тик пластилин ҡулланып эшләгән әйберҙәрен конкурсҡа ебәреп, призлы урындар яулап, дипломдарға эйә була ала. Конкурстың шарттары менән “Бәйләнештә” селтәрендә «Музей Горняков»ҡа инеп, таныша алаһығыҙ (https://vk.com/id206420991).
Һоҡландырғыс һәм бик ҡыҙыҡлы «Шүрәле иле» күргәҙмә проекты уҙенең ҡунаҡтарын һәм тамашасыларын көтә! Күргәҙмә 11 октябргә тиклем эшләйәсәк!
Нурзилә Баймырҙина, ғилми хеҙмәткәр
«Шүрәле иле»- Сибайҙа!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға