07.12.2010 Тәртип һаҡсылары өсөн ғаиләләре – иң ҙур терәк
Ғаилә һәр кем өсөн иң беренсе урында торорға тейеш. Тап ғаиләлә генә кеше үҙенә таяныс, ышаныслы терәк таба ала. Милиционер булып эшләүселәр өсөн дә был бик мөһим, әгәр тәртип һаҡсыһының өйөндә уның эшенең үҙенсәлеген аңлап тороусы ҡатыны, һағынып көтөп тороусы балалары булмаһа, иңенә йөкмәтелгән етди һөнәри бурыстарын нисек йырып сыҡмаҡ кәрәк?!
Милиционер һөнәренең абруйын күтәреү, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәмғиәттә ғаиләнең ролен нығытыу маҡсаты менән Өфөлә ошо көндәрҙә тәү тапҡыр «Атай, әсәй һәм мин – милиция ғаиләһенән» конкурсы уҙғарылды. Унда ҡатнашыу өсөн ғаиләнән бер кеше мотлаҡ милиция хеҙмәткәре булырға һәм 5 йәштән 10 йәшкәсә балалары булырға тейеш ине. Конкурста ете ғаилә – Учалы ҡалаһынан Cәлимовтар, Краснокама районынан Әхиәровтар, Туймазынан Таҡаевтар, Өфөнән Миңләхмәтовтар, Ислановтар һәм Әйүповтар, Нефтекаманан Ғүмәровтар ҡатнашты. Тәүге тур «Динамо» спорт комплексында үтте – унда ғаиләләр төрлө эстафеталарҙа көс һынашты. Йүгереү булһынмы, һикереүме йәиһә сослоҡҡа, шәплеккә, етеҙлеккә һәм дуҫлыҡты һынауға ҡоролған конкурстарҙа ғаиләләр һынатмаҫҡа тырышты.
Байрам икенсе көндө БР буйынса Эске эштәр министрлығының тамаша залында ижади конкурстар рәүешендә дауам итте. Конкурсанттар гармунда уйнаһынмы, йырлап-бейеһенме, гимнастик һәләттәре менән тамашасыларҙы таң ҡалдырһынмы – береһе икенсеһен ҡабатламаҫ сағыу сығыштарҙы жюриға баһалауы еңелдән булмағандыр. Һәр ғаилә ныҡлы әҙерләнгән, залда командаларҙың дуҫтары, туғандары ла йыйылған, улар көс-дәрт өҫтәп торҙо.
Икенсе, өсөнсө урындарҙы Сәлимовтар һәм Әхиәровтар бүлеште. Ә һәр яҡлап та үҙҙәрен өлгөлө ғаилә итеп күрһәтә алған Ғүмәровтар (Нефтекама) лайыҡлы рәүештә беренсе урынды алып ҡыуанды. Уларға санаторийға путевкалар, видеокамера һәм 10000 һумлыҡ сертификатты БР буйынса эске эштәр министры, генерал-лейтенант Игорь Алешин тап-шырҙы.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.