«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ғинуарҙа ун көн ял итәсәкбеҙ



07.12.2010 Ғинуарҙа ун көн ял итәсәкбеҙ

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүе буйынса, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4 һәм 5 ғинуар – Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Рождество – байрам көндәре булып тора.
Етмәһә, 1 һәм 2 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәренә тура килә, һәм улар кесе йома – 6 ғинуарға һәм дүшәмбе – 10 ғинуарға күсерелә.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республикала 2011 йылдың 1–10 ғинуары ял көндәре булып тора. Йома – 31 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Ә бына 24 декабрь – Башҡор­тостан Республикаһы Консти­туцияһы көнө, иҫтәлекле дата итеп билдәләнһә лә, эш көнө булып тора.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға