«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан менән эре туроператорҙар ҡыҙыҡһынасаҡ



07.12.2010 Башҡортостан менән эре туроператорҙар ҡыҙыҡһынасаҡ

Өфөгә Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Төбәктәр үҫеше буйынса комиссия рәйесе Вячеслав Глазычев килеп китте. Уның билдәләүенсә, әлеге саҡырылыштағы РФ Дәүләт Думаһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектең киң планда барыуы Йәмәғәт палатаһының ҡаҙанышы иҫәбендә. Был мөнәсәбәттәргә министрлыҡтар һәм ведомстволар ҡарамағында ойошторолған йәмәғәт советтары булышлыҡ итә.
Вячеслав Глазычев БР Йәмәғәт палатаһы, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, сәйәси фирҡәләр­ҙең төбәк бүлексәләре, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре менән осрашты. Баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында уҙған сарала ювеналь юстицияны индереү, агломерациялар ойоштороуҙың маҡсатҡа ярашлылығы, Йәмәғәт палатаһы менән Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының килешеп эшләү проблемалары, «Мәғариф тураһында» яңы Федераль законды тикшереү принциптары, уны ҡабул итеү перспективалары, ил үҫешенең аныҡ бурыстарын хәл итеүҙә коммерция булмаған ойошмаларҙың роле һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
Вячеслав Глазычев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында республиканан бер нисә кешене Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының төбәк менән идара итеү кафедраһы магистратураһына уҡырға ебәрергә тәҡдим итте. Илдең һәр субъектына тиерлек шундай белгестәр талап ителә. Әле Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән магистранттар бар. Рөстәм Хәмитов был тәҡдимде хупланы.
Вячеслав Глазычев Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә алдынғы туроператорҙарҙы йәлеп итеү мөһимлеген дә билдәләне.
А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға