«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә беҙҙең ауылда... 18 март



18.03.2016 Ә беҙҙең ауылда... 18 март

Ә беҙҙең ауылда... 18 мартБыл аҙнала беҙ Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ишембай райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ барҙыр, моғайын – һөйләгеҙ. Беҙҙең менән бәйләнеш мөмкинлектәре киң. Телефон һандары: 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш ә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Нияз ИШЕМҒОЛОВ, Күгәрсен районының Бикес ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы:
– Матур яҙ башланып торған һәм 8 Март байрамы кәйефе булған бер мәлдә ауыл клубына инәйҙәрҙе йыйып алдыҡ. Беҙҙә ғүмер буйына тыуған еренә хеҙмәт иткән, күп бала үҫтергән абруйлы ололар етерлек, уларға һәр саҡ хөрмәт күрһәтергә тырышабыҙ. Был юлы ла “Ағинәйҙәр” менән берлектә кисә ойоштороп, инәйҙәребеҙҙе ҡыуандырҙыҡ. Ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһын хаҡлы ялдағы уҡытыусы Илида Йәнбәкова етәкләй. Улар ауылда мәҙәни сараларҙың ҡап уртаһында йөрөһә, Теләүембәт ауыл биләмәһендә үткән бер генә байрам-кисәнән дә, конкурстан да ситтә ҡалмай.
Әлеге кисәбеҙ бик күңелле үтте. Ике тиҫ- тәләп инәй килгәйне. Йыр-моң, хәтирәләр, ихлас һөйләшеү барыһының да күңеленә хуш килде. Киләсәктә мәҙәни усағыбыҙҙа тағы күп йылы осрашыуҙар булһын, тип таралышты ҡунаҡтар.

Урал ҠӘЙҮПОВ, Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылы:
– Көйөргәҙе районында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт батыр- лығы күрһәткән яҡташтарҙы хөрмәтләү буйынса саралар даими бойомға ашыры- ла. Күптән түгел беҙҙең Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ошо дәһшәтле ваҡытта тылдағы фиҙакәр эше өсөн миҙал менән бүләкләнеүселәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған, матур итеп биҙәлгән стенд асыл- ды. Ермолаев биләмәһе иҫәбенә эшләнгән стендта, ул саҡта район үҙәгендә эшләгән алты предприятие-ойошмаларҙа Еңеүгә тос өлөш индергән 209 райондаш хаҡында мәғлүмәт бирелгән.

Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, Ишембай районының Этҡол ауылы:
– Беҙҙең Этҡол моделле ауыл китапха- наһында “Китап уҡыусы ғаилә – татыу ғаилә” конкурсында Абдрахмановтар һәм Ихса новтар ғаиләләре ҡатнашты. Ата-әсә- ләр һәм балалар төрлө әкиәттәрҙе, әкиәтселәр ҙе, Ишембай районынан сыҡ - ҡан яҙыусы һәм шағирҙарҙы иҫкә төшөрҙө. Ата-әсәләр өсөн бала саҡта ятлаған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү һәм яратҡан йәнһүрәттән йыр башҡарыу айырыуса ҡыҙыҡ булғандыр. Бәйге күңелле һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә уҙҙы. Еңеүсе тип Абдрахмановтар ғаиләһе танылды.









Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға