«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫНА ҺӘЙКӘЛГӘ АҠСА ЙЫЙЫШАЙЫҠ!



18.03.2016 БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫНА ҺӘЙКӘЛГӘ АҠСА ЙЫЙЫШАЙЫҠ!

БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫНА ҺӘЙКӘЛГӘ АҠСА ЙЫЙЫШАЙЫҠ!
Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән төбәге Арғаяшта 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе ҡаһармандарса һаҡлаған легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл ҡуйырға йыйыналар.
Башкавдивизия яугирҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы фекерҙе Йосоп Ҡунаҡбаев ҡуҙғатты. Тәҡдимде Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре берләшмәһе хуплап ҡаршы алды.

Изге ниәттең көнүҙәклеге бәхәсһеҙ. Башҡорт батырҙары һәр ваҡыт илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон ҡурҡыуһыҙ һаҡлай. Әлбиттә, беҙҙең яҡташтар ҙа ситтә ҡалмай.

Дивизия Юғары Баш командующий приказдарында 15 тапҡыр билдәләнә, 4000 хәрби СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә. Ҡаһармандарҙың ҡаһарманы булған 78 кешегә Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә, биш яугир өс дәрәжә Дан орденына лайыҡ була. Дивизия яугирҙәре күрһәткән тиклем фиҙакәрлек һәм батырлыҡ (78 Герой!) Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ер өҫтө ғәскәрҙәре төрҙәренең башҡа береһендә лә булмай. Ләкин әле булһа замандаштарыбыҙға был батырҙар тураһында хәтерләтеп торорлоҡ бер һәйкәл дә юҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең аңлауығыҙға һәм илһөйәрлегегеҙгә өмөтләнәбеҙ. Мәңге йәшәрлек хәтирә өсөн 700 мең һум ҙур аҡса түгел! Ғүмер-ғүмергә башҡорттар мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бергә тупланыр булған. Ата-бабаларыбыҙ өлгөһөнә эйәреп, бөгөн дә киң күңеллелек күрһәтәйек - Ватанды һаҡлаусыларға монумент ҡуйыуға кәрәк булған аҡсаны йыяйыҡ. Уларҙың батырлығына хөрмәт күрһәтеү - беҙҙең бурысыбыҙ. Һәр ҡайһыбыҙ күсергән әҙ генә аҡса ла ҙур өлөшкә әйләнер.

Яндекс-кошелек: 410014016067851
Карта Сбербанка: 4081 7810 1720 0209 6932
Банк получателя: Доп.офис № 8597/0276
Кор\счет банка 30101810700000000602
БИК банка 047501602
Счет получателя 4081 7810 0720 0975 7031
Ф.И.О. получателя Кунакбаев Юсуп Тимерханович

Проекттың төркөмө - Сбор средств для памятника 112-й дивизии







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға