11.03.2016 Асылмаған сер һин!
Илебеҙҙең баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр үткән башҡорт ҡыҙҙарының “Мәскәү һылыуҡайы” гүзәллек бәйгеһендә Ейәнсура районынан Илнара Ниязғолова гран-приға лайыҡ булды.
Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан студенттары ассоциацияһы яҙҙың тәүге көндәрендә үк матурлыҡ, гүзәллек байрамы ойошторҙо. Илебеҙҙең баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының “Мәскәү һылыу ҡайы” гүзәллек бәйгеһе уҙҙы. Конкурста төрлө юғары уҡыу йортта- рында белем алыусы ун ҡыҙ ҡатнашты.
– “Мәскәү һылыуҡайы” – баш ҡалабыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иң көтөп алған, иң матур байрамы. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны үҫә, бәйге этаптары ла ҡатмарлаштырыла, ҡыҙығыраҡ була бара. Быйыл, мәҫәлән, ҡыҙҙар боронғоға, рухи остазына хат яҙҙы. Хат алыусы бөйөк шәхес- тәр араһында – Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Рәбиға Ҡошаева, граф Перовский, Зәки Вәлиди һәм башҡалар. Быйылғы кон- курстың темаһы – башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғоһо һәм бөгөнгөһө һәм темаға ярашлы тағы бер конкурс этабы – башҡорт түшел- дереген эшләү тамашасы күңеленә хуш килде. Һәр ҡыҙ үҙенең селтәрендә ырыуының символын йә районының гербын күрһәткән, ниндәйҙер мәғәнә һалған. Жюри ағзалары ҡатнашыу сыларҙың эске торошон да, матурлыҡ хисен дә, ҡул оҫталығын да күрә алды, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты конкурс режиссеры Фатима Янбаева.
Мәскәүҙәге гүзәллек бәйгеһе, әлбиттә, бейеүһеҙ үтмәне. Ҡыҙҙар тамашасы һәм жюри ағзаларына шаян “Тыпырҙаҡ” бейеүен күрһәтте. Бәйге ойоштороусылары Кинематография йылын да, яңыраҡ үткән “Оскар” церемонияһы темаһын да ситтә ҡалдырманы.
Еңеүсе ҡыҙҙы билдәләргә абруйлы жюри ағзалары саҡырылды – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, “Финэкспертиза” халыҡ-ара финанс компанияһының генераль директоры урынбаҫары Илгиз Байморатов, режиссер, Мәскәүҙәге Шиғри театр етәксеһе Вадим Матюнин, “Злата” ювелир йорто етәксеһе Марта Ананян, “Рәсәй гүзәле” конкурсы шеф- редакторы Алина Каракулина, дизайнер һәм продюсер Елена Мардаева, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Баш - ҡортостан студенттары һәм аспиранттарының төбәк-ара ассоциацияһы етәксеһе Азат Бадранов, йырсы Редик Ефремов, Азия халыҡтары союзы етәксеһе Владимир Эрдниев, Бөтә Рәсәй халыҡ-ара йәштәр берҙәмлеге етәксеһе Кантемир Хуртаев, Татарстандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Йәштәр советы рәйесе Эмиль Фәйзуллин һәм Мәскәү тамашасыһының иң көтөлгән һәм яратҡан ҡунаҡтары – Башҡортостандан “Юлдаш” радиоһы дикторҙары Әхәт Мортазин һәм Филүс Ҡасимов.
Һөҙөмтәләр буйынса, гран-при һәм Swarovski ҡиммәтле таштары һәм кристалдары ҡулланып эшләнгән таж, “Һомай” студияһынан ҡиммәтле тун Ейәнсура районынан Илнара Ниязғоловаға эләкте. Ул шулай уҡ республикабыҙҙа үтәсәк “Һылыуҡай” конкурсына һәм “Мисс Азия – Мәскәү” гүзәллек бәйгеһе финалына саҡырыу алды. “Медицина университетында уҡыу менән гүзәллек бәйгеһендә ҡатна- шыуҙы бергә алып барыу еңел бул- маны, әлбиттә, әммә был аҙналар - ҙы һағынып иҫкә аласаҡмын. Бәйге миңә үҙемде асырға, яңы дуҫтар табырға ярҙам итте. Ысынлап әйт- кәндә, сәхнәне яраттым, үҙ иттем! Беҙгә терәк булған, еңеүгә ҡанат- ландырыусы ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә!” – тип шатлығы менән бүлеште еңеүсе һылыуҡай.
Беренсе урынды – Ямал-Ненец Автономиялы Округының Ноябрьск ҡалаһында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы Айгөл Аллағолова, икенсене Йылайыр ҡыҙы Гөлзифа Тотманова менән Учалынан Юлиә Әбү - бәкирова яуланы.
Ошондай уҡ гүзәллек байрамы иртәгә Санкт-Петербург ҡалаһында, “Рекорд” йәштәр һарайында ла үтәсәк. Бәйгенең финал өлөшөнә ете башҡорт һылыуы һайлап алынған.
Әйткәндәй, “Һылыуҡай” республика гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу турына башҡорт телендә матур аралашҡан, буйы 165 санти- метрҙан кәм булмаған, тәбиғи матурлыҡҡа эйә 16 – 26 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Сара 2 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 137 адресы буйынса урынлашҡан “Театро” клу- бында үтәсәк. Бәйгеселәргә мотлаҡ рәүештә А3 форматындағы сифатлы фотопортфолио, 1500 һум аҡса алып килергә. Ғаризалар gukrcnt@ mail.ru адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон һандары: 8-917-379-38-72, 8-917- 41-41-027. Г. ЮЛДАШЕВА.