«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Милли байлыҡты онотмайыҡ



05.02.2016 Милли байлыҡты онотмайыҡ

Көн артынан көн төрлө ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы менән алға бара. Сеү! Туҡтап уйланайыҡ әле. "Заман башҡа – заң башҡа" тигән мәҡәл тап ваҡыт айышына һәм көнитмешебеҙгә тура килә. Заманалар үҙгәргән һайын, уның башҡа ҡанундарына, яңы технологиялар ебенә эләгеп, беҙ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотабыҙ. Быны аңлау ҙур хафаға һала. Ә үткәнен белмәгән халыҡты ниндәй киләсәк көтә?
Беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн күпме кеше, ата-бабаларыбыҙ үҙ ғү­мерен аямай, ҡорбан булған?!
Уйлап ҡараһаң, беҙ бик бәхетле тормошта йә­шәйбеҙ: эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ бар. Күгебеҙ ҙә тыныс, еребеҙ ҙә бай, тик ниңә күңелдәребеҙ ярлы? Ни өсөн күптәребеҙ халҡыбыҙ ижадына, тарихына битараф?
Һәр бер бала төп тәрбиәне үҙ ғаиләһендә ала. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тип белмәй әйтмәйҙәр. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, олатай-өләсәйҙәре булған балалар зирәклеге, үткерлеге менән айырылып тора. Ни өсөн тип уйлай­һығыҙ? Сөнки өлкәндәр дөрөҫ тәрбиә биреү ысулдарын яҡшыраҡ белә. Әкиәттәр тыңлап, бала яҡшыны ямандан айыра, йомаҡ сисеп, зирәклеге арта, таҡмаҡтар, йырҙар тыңлап, моңло булып үҫә.
Халыҡ ижады – оло байлыҡ, тәрбиә өлгөһө ул. Мәктәптәрҙә уға ҡарата һөйөү уятырлыҡ түңәрәктәр асылһа, балалар ҙа теләп йөрөр, ата-әсәләргә лә тәрбиә өлкәһендә ҙур ярҙам булыр ине.
Милли байлыҡты – телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, таратайыҡ!

Ләйсән ҠАСИМОВА,
Өфө ҡалаһының 156-сы лицейының
10-сы класс уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға