«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 2015 йыл һандарҙа һәм факттарҙа



25.12.2015 2015 йыл һандарҙа һәм факттарҙа

2015 йыл һандарҙа һәм факттарҙаБашҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттары һаны 66-ға етте. Уларҙың дөйөм суммаһы – 357 миллиард һум. Проекттар ғәмәлгә ашырыл­ғанда 25 меңләп кешегә эш урыны буласаҡ.

2015 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса республикала инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил иткән. Быға башлыса тауар хаҡтары артыуы йоғонто яһаған.

Ноябрҙә Волга буйы федераль округында иң юғары эшһеҙлек Башҡортостанда теркәлгән – 6,2 процент (МОТ, халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методологияһы буйынса). Эшһеҙҙәр һаны 126,5 мең кеше. Былтырғыға ҡарағанда 1,2 тапҡырға күберәк.

Башҡортостан дәүләт статистика хеҙмәтенең декабрь башындағы мәғлүмәттәренә ярашлы, уртаса хеҙмәт хаҡы 30 595,5 һум булған. 1 октябргә ҡарата уртаса пенсия 11 430 һум тәшкил иткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға