27.11.2015
Кеше тамырҙары менән көслө
Мәғрифәтсе-шағир, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев заманында шундай һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған. Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу, өсөнсөһө – риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү, тигән ул. Шөкөр, һуңғы тиҫтә йылда халыҡ ижадын һәм ауыҙ-тел әҙәбиәтен ентекләп өйрәнеүгә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә өлгәшелә. Сығышыңды белеү йәһәтенән иһә шәжәрә байрамдарын үткәреү күркәм йолаға әйләнде. Шәжәрә – быуындарҙы бәйләүсе алтын сынйыр тигәндәй, ошо көндәрҙә ғүмерен киләсәк быуын тәрбиәләүгә арнаған, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы Нәзирә Шәғиғәлина, туғандарын бергә йыйып, ошо һүҙҙәрҙе раҫланы.
Сибайҙа был юҫыҡтағы сараларҙы үткәреүгә етди иғтибар бирелә. Ырыуҙаштар ғына йыйылып ҡалмай, ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырыла, үҫеп килеүсе быуын да ситтә ҡалмай.
Шәжәрә байрамының башы барыһын да уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағына алып ҡайтты. 46-сы ат заводында, хәҙерге Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһенә лә репрессия еле ҡағыла. Сәхнәләштерелгән тамашала нәҡ шул ваҡиға – ғаилә башлығы Бәғәҙәттең ҡулға алыныуы һүрәтләнә.
Малай тыуһа – Нәзир, ҡыҙ тыуһа, Нәзирә тип исем ҡушырһың, тип ирҙең йөклө ҡалған ҡатыны менән хушлашыуы күңелдәрҙе тетрәндерҙе.
– Хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, халҡының киләсәге өсөн янып-көйгән яҡташтарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Ҡалабыҙҙың мәғарифы үҫешенә тос өлөш индергән Нәзирә Шәғиғәлина ла тап шундайҙарҙан, – тип әйтеп үтте сығыш яһаусылар.
Ысынлап та, кисәлә ҡырҡ йылдан ашыу мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүгә күп көс һалған педагогҡа ҡарата маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Тормош юлында Нәзирә Бәғәҙәт ҡыҙы уңыштарға, бейеклектәргә өлгәшкән икән, барыһы ла үҙенең ныҡышмалылығы, аң-белемгә булған ынтылышы, тырышлығы менән яуланған. Мәктәп йылдарында ул тырышлығы менән алдыра, бейеү, йыр ярыштарында, спорт сараларында алдынғылыҡты бирмәй. Өлкән кластарҙа комсомол секретары булып китә. Белем усағын тамамлағандан һуң башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. Унан инде хеҙмәт юлы Сибайҙағы БМС тресының балалар баҡсаһында дауам итә. Тәрбиәсенән башлап оҙаҡ йылдар ҡаланың мәктәпкәсә учреждениелары мөдире йөгөн тарта. Ире Ҡасим менән ике ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Нәзирә Бәғәҙәт ҡыҙы әйтеүенсә, ул “бирешмәй йәшәргә” тигән девиз аҫтында эшләгән һәм бөгөн дә шул принциптарға таянып, һүнмәй-һүрелмәй ғүмер итә. Бөгөн дә күптәр уға килеп тыуған ауырлыҡтарҙы нисек йырып сығырға йәиһә һөнәрҙәренә бәйле һорауҙар менән кәңәш-тәҡдим һорап йыш мөрәжәғәт итә.
– Кешеләргә ҡарата яҡты йөҙлө, киң күңелле булмайынса педагог булып булмайҙыр, – тип әлеге сараның әһәмиәтен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Кеше рухы, тамырҙары менән көслө. Һәр кем нәҫеленә тап төшөрмәҫкә, сығышын ентекләп өйрәнергә, ҡан ҡәрҙәше менән аралашып йәшәргә бурыслы.
Ошо һүҙҙәрҙе дәлилләп, Ҡаҙаҡбаевтар, Шәғиғәлиндар сәхнә түрен биҙәне. Буш ҡул менән килмәгәйне улар. Үҙҙәре хаҡында таныштырып, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын да күрһәттеләр.
Сараны ойоштороу “Сулпылар” балалар баҡсаһы иңенә һалынғайны. Нурия Әхәт ҡыҙы Биушкина етәкләгән коллектив был бурысты уңышлы атҡарып сыҡты. Шулай булмай, быны хеҙмәткәрҙәрҙең генә түгел, кескәй малай-ҡыҙҙарҙың да кисә уртаһында ҡайнап йөрөүе асыҡ күрһәтте.
Шәжәрәһен белеп үҫкән быуын ныҡлы имәнде хәтерләтә. Тамырыбыҙ ныҡ икән, нәҫел-нәсәптең, телебеҙ-рухыбыҙҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуйылмаясаҡ. Шөкөр, Ҡаҙаҡбаевтар-Шәғиғәлиндар тоҡомдары илгә тоғро хеҙмәте менән генә түгел, берҙәм булыуы менән дә күркәм.
Д. РӘШИТОВ.
Сибай ҡалаһы.