«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ниңә улым разведчик булырға теләне?



27.11.2015 Ниңә улым разведчик булырға теләне?

ТЫНЫС БУЛҺЫН ЗӘҢГӘР КҮГЕБЕҘ!

Ниңә улым разведчик булырға теләне?Яңы яуған ҡырпаҡ ҡарҙы иҙергә йәлләп, аяҡ остарында ғына баҫып, эргәмдә улымдың тәтелдәүен тыңлай-тыңлай, ҡалабыҙҙың “Еңеүҙең 40 йыллығы” аллеяһы буйлап атлайым. Кәрәкмәгән сит уйҙарҙы башымдан ҡыуырға тырышып, улымдың йылмайып тултырып ҡараған эскерһеҙ күҙҙәренә бағам. Шул ваҡыт күҙ сите менән сәскәләр тотоп, юл аша ашығып атлап сығып барған оло ғына йәштәге ҡатынды күреп ҡалдым. Ул бер кемгә лә иғтибар итмәй, ауыҙ эсенән нимәлер һөйләй-һөйләй, доға булды, ахырыһы, аллеяла десантсы яугирҙар иҫтәлегенә яңыраҡ асылған монументҡа сәскә гөлләмәһен алып барып һалды ла, бер минут тын торғас, әкрен генә кире боролдо. Беҙҙең тәңгәлгә етәрәк арыған, тилмереп өмөтһөҙлөккә баҡҡан, диңгеҙҙәй төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр бер миҙгелгә генә терелеп киткәндәй булды.
– Минең дә улым һинең кеүек бәләкәс кенә ине. – Инәйҙең бышылдап әйткән һүҙе бар ғаләмде ярып үткәндәй булды.
– Әсәй, инәй ниңә илай? Кем уны йәберләне икән?
Улым әле генә үҙе биргән һорауҙарға яуап та көтмәй, мине ҡабаландыра ла башланы.
– Әйҙә тиҙерәк, әсәй! Хәҙер башлана бит инде! Ана, ағайҙар ҙа йыйылып бөткән.
Улым үҙенең йомшаҡ устарына ҡулымды алып, мине бөгөн асыласаҡ яңы монумент эргәһенә ыңғайлатты.
Белорет ҡалаһының “Еңеүҙең 40 йыллығы” аллеяһы беҙҙең яратып ял иткән урындарҙың береһе. Уҙып барған йылда бында диңгеҙселәр, сик һаҡсылары, десантсы яугирҙар­ға монумент асылды, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылды. Ә бөгөн, Хәрби разведка һәм Халыҡ-ара ир-ат көнө алдынан, барлыҡ хәрби разведчиктарға монумент асылыу тантанаһы үтә. Әйтергә кәрәк, аллеяла урынлашты­рылған бөтә монумент та ҡала халҡы, хәрбиҙәрҙең үҙҙәре тарафынан йыйыл­ған аҡсаға эшләнде. Ә аллея үҙе ҡала бюджеты бүлгән аҡсаға яңыртылды.
“Хәрби разведка” монументын асыу тантанаһына ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, ҡала һәм район етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгәйне.
– Һәр ир-егет разведкала хеҙмәт итергә хыяллана, – ти был сараны ойоштороусы үткер ҡарашлы егет Денис Вәлитов. – Үҙем Тажикстан Республикаһының Ҡорған-Түбә ҡалаһында хеҙмәт иттем. Хәҙер 20-се мәктәптең кадет кластарында уҡытам. Ниңә улым разведчик булырға теләне?Ҡатыным менән өс йәшлек Богдан исемле ул үҫтерәбеҙ. Ул да киләсәктә хәрби һөнәр һайлар тигән өмөттәбеҙ. “Хәрби разведка” монументын асыу идеяһы менән күптән янып йөрөнөм. Теге йәки был хәрби ғәскәргә арналған монумент асылған һайын, тағы ла нығыраҡ сәмләнеп, дәртләнеп китә инем. Һәм, ниһайәт, бөгөн дуҫтарым, теләктәштәрем һәм бағыусылар ярҙамында разведчиктарға арналған монументты асыу бәхетенә ирештек.
Хәрби марш аҫтында Белорет районы хакимиәте башлығы Сергей Поляков, уның урынбаҫары Иван Пинящук, хәрби хеҙмәт ветерандары монументҡа сәскә гөлләмәләре һалды.
– Бөгөн асыласаҡ монумент – ул барлыҡ быуын разведчиктарына ихтирам күрһәтеү. Бөгөнгө сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Афған Республикаһында, Төньяҡ Кавказда һәм башҡа “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә һуғышҡан һәм тыуған илебеҙҙе һаҡлауҙағы изге бурыстарын үтәгән егеттәргә арнала, – тине Сергей Аркадьевич, тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп.
Һуңынан Сергей Поляков сараны ойоштороусыларға, “Хәрби разведка” монументын эшләтеү һәм ҡуйыуға бәйле мәсьәләләрҙе оператив хәл иткәне өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тантанаға йыйылыусылар алдында шулай уҡ Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән ра­йондары буйынса хәрби комиссариат бүлеге етәксеһе Вадим Сәйәхов, афған һуғышы ветерандарының “Хәрби берҙәмлек” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Игорь Смердов, Рәсәй ДОСААФ-ның Белорет автомобиль мәктәбе етәксеһе Зәбир Әхибйәнов ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Автоматтарҙан бирелгән залптан һуң, сараға йыйылыусылар матәм көйө аҫтында, хәрби бурысын үтәгәндә башын һалған яугир­ҙарҙы иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалды. Артабан барыһы ла бергәләп яңы ғына асыл­ған монументҡа тере сәскәләр һалды. Сараның тантаналы өлөшөнән һуң запастағы хәрбиҙәр ҡала буйлап автоуҙыш ойошторҙо.
... – Әсәй! Мин ҙур үҫкәс, беләһеңме, кем булам?!
Тантаналы саранан һуң ҡанатланған улымдың нур сәсеп торған күҙҙәренә һорау менән бағам. Ул, илһамланып, һүҙен дауам итә:
– Ер йөҙөндә бер әсәй ҙә иламаһын һәм бөтәһе лә һинең кеүек бәхетле йылмайһын өсөн разведчик булам! Үәт!
Күбәләкләп яуған ҡар мамыҡтары араһынан зәңгәр күк йөҙөн күрергә теләп, һауаға ҡарайым. Йөрәгемдең ҡайһылыр бер еренән үҙенән-үҙе: “Бәғерҙәрҙе ярып сыҡҡан балалар хаҡына тыныс булһын аяҙ күгебеҙ!” – тигән һүҙҙәр ярып сыға ла зәңгәр күккә ашыға.
Ә ҡар яуа ла яуа… Тормош дауам итә…

Айгөл КИРАМОВА.
Белорет ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға