«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәшәйештең сетерекле хәлдәренән сығыу юлын эҙләй



20.11.2015 Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәшәйештең сетерекле хәлдәренән сығыу юлын эҙләй

Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә 25 йыл тулыу уңайынан “Ҡатын. Ваҡыт. Донъя” исеме аҫтында төбәк ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сарала Башҡортостан район-ҡалаларынан 200-ләп кеше ҡатнашты. Араларында бөгөн әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып барыусылар ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары бар ине. Хатта сәхнәнән сәләмләү лозунгыһында ла тап шулай тип яҙылған – “Аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡайнар сәләм!”
Конференция үтәһе урындың ишеген асып ингәс тә күрәһең – бында осраҡлы кеше юҡ. Бына ҡупшы кейемдәрендә Азия Күсимова менән Альбина Исхаҡова үтеп китте, тегендәрәк билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова кейемен элеп тора, ижады менән һәр беребеҙҙе һөйөндөргән гүзәл һәм егәрле шағирәләр – Гөлфиә Юнысова, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Юлдашева-Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева ла бында. Һәр һүҙен төплө итеп әйтә белгән Рәшиҙә Солтанова, “Ҡатындар” трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупова килгән. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, парламент рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, шашка буйынса әллә нисәмә тапҡыр донъя чемпионы булған Тамара Танһыҡҡужина ла ошонда. Исемдәрен атамаған ханымдар һәм апайҙар мине әрләмәһен, сараға килгән һәр милләттәшебеҙ – халҡыбыҙ, еребеҙ, балаларыбыҙ киләсәге өсөн ҙур эш башҡарыусы.
Йыйылыусылар, көн үҙәгендә торған күп һорау менән бер рәттән, түбәндәгеләргә лә яуап эҙләне: беҙҙең заманда күп нәмә ҡатын-ҡыҙ көнитмешенә, кисерешенә, уй-ниәттәренә, эштәренә, тәрбиәһенә бәйле, ошо юҫыҡта матур киләсәк өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк? Ҡайһы мәсьәләләрҙе кисекмәҫтән хәл итергә?


“Яуаплы ата-әсәлек” төшөнсәһен индереү кәрәк

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәшәйештең сетерекле хәлдәренән сығыу юлын эҙләйКонференция тән зымбырлатҡыс “Урал” башҡорт халыҡ көйөн тере тауышҡа ҡурайсы егеттәр башҡарыуында асылды. Әлбиттә, ойошма рәйесе, сәсәниәбеҙ Розалия Сол­тангәрәева тарафынан тәүге һүҙ бөгөн беҙҙә таралған “Ағинәйҙәр” хәрәкәте вәкилдәренә бирелде. Өфө ағинәйҙәре сығышын “…баш эймәй ул аҫыл ҡатын-ҡыҙ” тип тамамлауы ла юҡҡа түгелдер. Гүзәл зат торған һайын көслөрәк була бара бит, заман ауырлыҡтарына ла һирәктәре бирешә, ә күпселеге, нисек тә булһа донъямды бөтөн тотайым, балаларымды үҫтерәйем, тип тырыша.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаты Йомабикә Ильясова ла, тәбрикләү һүҙенән һуң, тәрбиә мәсьәләһенә туҡталды.
– Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы – иң тәүҙә үҙенең балаһын бәхетле итеү, күңелендәге һөйөүен биреү. Был бик мөһим, сөнки үҙе һөйөү, йылылыҡ күрмәгән бала һуңынан үҙе үҫтергән балаға, тормош юлдашына һөйөү бирә алмай.
Яңыраҡ Сермән балалар йортонда булғайным. Ундағы 40 баланың берәүһенең генә ата-әсәһе юҡ, ҡалған 39-ыныҡы иҫән. Бөгөн бөтә етемдәрҙең 90 проценты “социаль етемдәр” тип йөрөтөлә. Ата-әсәләре тере уларҙың. Нисек шундай ата-әсәләрҙең тамағына аш бара? Нисек йоҡлай ала? Нисек йәшәй? Был – ҙур фажиғә. Шуға күрә лә “яуаплы ата-әсәлек” тигән төшөнсәне үҙебеҙгә бурыс итеп алырға тейешбеҙ. Атай-әсәй булыуҙың ни тиклем яуаплылыҡ икәнен йәштәребеҙгә аңлатырға кәрәк, – тине ул.
Парламентарий белдереүенсә, тиҙҙән “Ғаиләне, балалыҡты, әсәлекте һәм аталыҡты яҡлау тураһында” закондың урындарҙа нисек эшләүе, ғәмәлгә ашырылыуы тикшереләсәк.
Үрҙә әйтелгән “яуаплы ата-әсәлек” төшөнсәһен таратыуға килгәндә, моғайын, был эштә ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр өлгө күрһәтергә тейештер. Баланы тыуҙырҙың да, аҡсаһын алдың да, тейешле тәрбиәһенә битараф ҡарау, үҫер әле, тигән моңһоҙлоҡ булмаһын.
Конференция, шулай итеп, бик етди мәсьәләне тикшереүҙән башланды.

“Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!”

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәшәйештең сетерекле хәлдәренән сығыу юлын эҙләйБөгөнгө демография статистикаһына күҙ һалһаң, уйға батаһың. Эйе, ҡайһы саҡта тыуым күрһәткестәре үлемде үтеп киткән була ул, әммә был һандар ҡырҡа үҙгәреп тора, шатланырға ла өлгөрмәйһең. Айырыуса хәтәре – ир-егеттәрҙең был донъянан иртә китеүе. Етмәһә, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусыларҙың да күбеһе – көслө зат. Беҙҙең заманда уларҙы әрләү ҙә киң таралды. Имеш, ялҡауҙары артты, аҡсаны әҙерәк эшләйҙәр, сирләшкәгә әйләнделәр, насар ғәҙәтлеләре күп, ғаиләһен ҡарай алмай, бар “йөк” ҡатындар елкәһендә һ.б., һ.б. Был инде тора-бара глобаль проблемаға ла әүереләсәк. Әгәр ирҙәр­ҙең кәмеү сәбәптәренә тиҙ генә төшөнөп, сара күрелмәһә.
Билдәле йәмәғәтсе, Башҡортос­тан ҡатын-ҡыҙҙары берлеге етәксеһе Рәшиҙә Солтанова ап-асыҡ итеп әйтте:
– Бөгөн бик етди проблема – беҙҙең ирҙәребеҙҙең хәле. Ҡыҙҙар, ирҙәрҙе һаҡлайыҡ! Беҙ бына ун йыл инде шул девиз менән эшләйбеҙ (әйткәндәй, Рәшиҙә апайҙың автомобилендә лә был хаҡта яҙылған. Үҙе белдереүенсә, “Берегите мужчин!” тигән яҙыу менән инде өс йыл йөрөй – А. И.). Статистика буйынса, ир-егеттәрҙең һәр икенсеһе пенсия йәшенә етә алмай. Хәйер, статистикаһыҙ ҙа күренә, ана, зыяраттарға ҡарағыҙ…
Рәшиҙә Солтанова иң ауыр хәлдең Бөрйән районында булыуын еткерҙе. Был яҡта ир-аттың 62 проценты самаһы хеҙмәт йәшендә үлә икән. Ағиҙел ҡалаһында ла хәл шулайыраҡ. Балтас районында иһә ваҡытһыҙ үлем күрһәткесе түбән. Шунда барып, хәл-торошто өйрәнергә кәрәк.
“Ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!” тигән саҡырыуҙы конференцияла ҡатнашыу­сылар көлөп тә, етди ҙә ҡабул итте. Бәлки, тик апай-инәйҙәр, һылыуҙар йыйылған ерҙә берәүҙәр “Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!” тигән кеүегерәк саҡырыу ишетергә теләгәндер ҙә, ҡапыл киреһен ишеткәс, ирекһеҙҙән көлгәндер. Һәр хәлдә, проблеманың үтә сетерекле икәнен барыһы ла аңланы шикелле.

“Шундай ҡатындары булған илде боҙоп булмай икән, тиһендәр…”

Шул иҫкә төштө: ҡайҙандыр ситтән беҙҙең яҡҡа килеп, халыҡты әйҙәп йөрөүсе бер диндар ҙа, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар көслө икән, тип һығымта яһаған. Дөйөм алғанда, әйткәне дөрөҫлөккә тап киләлер, тик ул шәхсән үҙенә эйәргәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙың күп булыуын иҫләп әйтмәнеме икән, тигән шигем бар. Күҙгә күренеп тора – бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса әүҙемләнде. Шул иҫәптән “йөк”тө үҙенә алыу яғынан да.
Розалия Солтангәрәеваның сығышындағы һүҙҙәр күңелгә рәхәтлек бирҙе.
– Данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ аша башҡорт халҡын донъя таный һәм һоҡлана, – тине сәсәниә. Ә ундайҙар, Аллаға шөкөр, арабыҙҙа күптәр, йәшәп киткәндәр һәм буласаҡ та.
Әммә бөгөнгө шарттарҙа һәр яҡлап аңлы, белемле булыу ҙа кәрәктер. Үҙеңә һәм ғаиләңә зыян итмәйенсә, заманға, көрсөккә яраҡлаша алыу ҙа зарур. Иҡтисад, финанс, хоҡуҡ буйынса өйрәнәһе, үҙләштерәһе нәмәләр күп. Иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлнур Хафизова менән тарих фәндәре докторы, юрист Лена Сөләймә­нованың сығышы шул темаға бәйле булды. Дөрөҫ әйтә улар, бөгөн экономиялай белеү ҙә һөнәр. Ул эш тә бит күп осраҡта ҡатын елкәһенә төшә. Өҫтәүенә, кешеләргә кредит ҡоллоғо ла янай. Шундай саҡта яңылыш аҙымдар яһамаҫ өсөн, әлбиттә, айыҡ аҡыл да, зиһен дә кәрәк.
Сарала ҡатын-ҡыҙҙар ғына булманы ул, бер-ике көслө зат та күренә ине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының фән һәм милли мәғариф комиссияһы рәйесе Фәнзил Санъяров сығыш яһап, бөтә йәмәғәт ойошмаларын берҙәм булып эшләргә са­ҡыр­ҙы, киң таралған “Ирҙе ир иткән дә – ҡатын, хур иткән дә – ҡатын” тигән әйтемде иҫкә төшөрҙө.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының бер сараһы ла йолалар­һыҙ үтмәй. Розалия Солтангәрәева тәүҙә бер төркөм билдәле шәхесебеҙҙе сәхнәгә саҡырып, ағинәй сафына алыу йолаһын үтәне, уларға аҫыл ил инәләре исемен бирҙе. Бер аҙҙан әле ағинәй йәшенә етмәгән, йәштәр сафынан үткән аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарға ла сират етте. Шөкөр, ундайҙар етерлек әле беҙҙә. Хәҙер ил инәләренең дә, аҫыл ҡатындар­ҙың да иңенә тағы бер яуаплылыҡ һалынды: үҙҙәре янында шундай уҡ гүзәл затты тупларға. Быуындар күсәгилешлелеге булырға тейеш бит.

Йәнә лә демография йәки тыуымдың сифаты хаҡында

Конференциялағы һәр сығышҡа ла тәфсирләп туҡталһаҡ, гәзит бите етмәҫ. Быларҙың барыһы ла – даими яҡтыртылаһы мәсьәләләр. Шағирә, журналистарыбыҙ Тамара Юлдашева менән Гөлназ Ҡотоева, ҡатын-ҡыҙҙың әҙәбиәттәге ролен билдәләп, милли матбуғатҡа иғтибар итергә саҡырһа, БР Мәҙәниәт министрлығы белгесе Алһыу Сирғәлина мәҙәниәтте үҫтереүҙә лә гүзәл заттың өлөшө ҙур булыуын билдәләне. Халыҡ йырсыһы Нажиә Аллаярова ошо уҡ тармаҡтағы милли кадрҙар өсөн янып-көйөүен күҙ йәштәре аша һөйләне.
Моғайын, медицина фәндәре докторы Мәхмүзә Ғәйнуллинаның фекерен һәр кем хуплағандыр. Ул тыуымдың сифаты хаҡында телмәр тотто.
– Демография, үкенескә күрә, ил кимәлендә лә, беҙҙә лә үтә ҡатмарлы хәлдә. Яңы ғына үтеп киткән быуаттың 60-сы йылдарында 1000 кешегә 44 бала тыуған. Ә хәҙер был күрһәткес – 13 – 14. Тыуым позитив булһын өсөн ғаиләләрҙә 2,3 бала булырға тейеш, йәғни өс ғаиләнең береһендә – өс бала, икеһендә икешәр бала. Ул хәл бөгөн күҙәтелмәй. Шундай һорау тыуа: ә кем бала таба һуң? Шундай статистика бармы? Бәлки, эскесе ғаиләлә балалар күптер? Минең тәҡдимем – бер статистик форма булдырырға кәрәк. Күпме наркоман бала тыуҙыра? Күпме психиатрия диспансерҙарында иҫәптә торғандар? Күпме эскеселәр? Ауырлығы 500 грамм булып тыуған сабыйҙар бар. Уларҙың күбеһе инвалид була бит. Демографик хәлде яҡшыртыу өсөн тыуым сифаты булырға тейеш!
Рәсәй Федерацияһының атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Ғәлимова ла (“Китап” нәшриәтенең элекке баш мөхәррире) дөрөҫ борсола: ни өсөн сабый балалар йорттары арта? Ни өсөн балалар йорттары арта? Ни өсөн ҡарттар йорттары арта? Нисек хәл итә ала был фажиғәне йәмғиәтебеҙ? Ә бит, тормош матур, тибеҙ…

Әсә теле тигәс тә…

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең һәр сараһында, телем, илем, ерем, халҡым, тигән һүҙҙәр яңғырамай ҡалмай. Был юлы ла туған телде өйрәнеү проблемаларына туҡталдылар. Дүртөйлө районынан башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәлиә Закирова сығыш яһап, уҡыусыһының иншаһынан өҙөк уҡып ишеттергәндә, залда ултырыусы әсәләр, моғайын, уйланғандыр әле. Баланың яҙмаһында шундай юлдар бар: “…минең әсәйем милләте буйынса башҡорт, тик туған телен белмәй, сөнки беҙҙең районда элек уҡытыу рус һәм татар телдәрендә генә алып барылған. Шулай итеп, беҙҙең яҡтарҙа телен белмәгән бер нисә быуын балалары үҫә. Бында уларҙың тамсы ла ғәйебе юҡ…” Эйе, балалар ғәйепле түгел, әммә туған телде өйрәнеү мәктәптә генә башланамы ни? Ә өйҙә? Был – иғтибар итерлек мәсьәлә.
Тағы ла шуныһы: телебеҙҙең матурлығын таратайыҡ. Ғалимәбеҙ Вилә Баймырҙина урынлы әйтә: телевидение-радио алып барыусылары ла телгә ҡарата иғтибарлы булһын.
Конференцияла бына шундай мәсьәләләр күтәрелде. Береһе лә күктән әле генә төшкән зар-хәсрәттәр түгел. Уларҙың һәр береһен хәл итеү юлдары барҙыр. Бергә уйлағанда.
Сараның резолюцияһы ҡабул ителде. Унда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең емешле эшмәкәрлеген телгә алып, гүзәл заттың ролен баһалап, ҡарарҙар сығарылды. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, БР Мәғариф министрлығына, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына, урындағы властарға мөрәжәғәттәр һәм тәҡдимдәр әҙерләнде.
Иртәгә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйыла. Унда ҡатын-ҡыҙ делегаттар, Алла бирһә, байтаҡ буласаҡ. Араларында әлеге ижтимағи ойошма активистары буласағына шик юҡ. Шулай булғас, конференцияла яңғыраған проблемаларҙы бөтә донъянан йыйылған милләттәштәребеҙ алдына сығарып та хәл итеү юлдарын эҙләргә мөмкинлек тыуа. Беҙ беләбеҙ инде: берлектә – тереклек.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға