04.12.2010 Башҡортостан төҙөүселәренең данын ҡайтарырға кәрәк
БР Хөкүмәтендә төбәгебеҙҙең төҙөлөш комплексын үҫтереү перспективаларына һәм төп йүнәлештәренә арналған кәңәшмәлә республика Президенты Р. Хәмитов, республикала төҙөлөш эштәре күләме былтырҙан алып 16,3 процентҡа кәмегән һәм 80,6 миллиард һум тәшкил итә, подряд эштәре күләменең 40 проценты ғына Башҡортостандың ҙур һәм уртаса предприятиелары тарафынан башҡарылған, һуңғы биш йылда бындай ойошмалар һаны ике тапҡырға кәмегән, тип билдәләне.
Беҙҙә ер күп, ә уны бүлеүҙә тәртип юҡ. Яҡындағы өс айҙа төҙөлөш эштәренә ер участкалары бүлеү тәртибен ябайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк. Киләһе пункт – төҙөлөш өсөн ер участкаларында кәрәкле инфраструктураның булмауы. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн тейешле иҫәп-хисаптар яһалды һәм улар 2011 – 2015 йылдарға БР торлаҡ төҙөлөш программаһына индерелде. 2011 йылда инженер селтәрҙәре төҙөүгә – 500 миллион, ә газ бүлеү селтәрҙәре төҙөүгә 400 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
– Граждандар йыллыҡ 11 процент менән бирелгән ипотека кредиттарын түләй алмай. Хөкүмәт субсидиялары ярҙамында был процентты ете һәм хатта алтыға төшөрөргә кәрәк, – тине БР Президенты. – Был маҡсаттарҙа киләһе йылдың республика адреслы инвестиция программаһына 120 миллион һум күләмендә средстволар һалынасаҡ.