04.12.2010 Инновацион технопарк беҙҙә лә буласаҡ
Киләһе йылда Өфөлә “Сколково” инновацион үҙәгенең төбәк технопаркы асыласаҡ – Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Сколково” фонды президенты Виктор Вексельберг менән осрашыуы барышында ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелде.
Осрашыуҙа “Сколково” үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы араһында үҙ-ара эшмәкәрлек булдырыу хаҡында һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, яҡын арала ҡул ҡуйыласаҡ хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ентекле тикшерелде. Ошо килешеүгә ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә “Сколково” инновацион үҙәгенең технопаркы ойоштороласаҡ.
“Сколково” проектының интеграль өлөшө һәм “Technopark Zurich”тың Рәсәйҙәге стратегик партнеры булған “Сколково” технопаркы төбәк инновацион компаниялары, ғилми үҙәктәр һәм технопарктар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәсәк. “Сколково” технопаркы төбәктәрҙә инновацион эшмәкәрлекте дәртләндереүгә булышлыҡ итә һәм халыҡ-ара инновацион берләшмәгә, киң венчур мөхитенә юл аса.