«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » ХЕҘМӘТСӘНЛЕК ЙӘМҒИӘТЕНӘН – ҠУЛЛАНЫУСЫЛЫҠ ЙӘМҒИӘТЕНӘ



13.11.2015 ХЕҘМӘТСӘНЛЕК ЙӘМҒИӘТЕНӘН – ҠУЛЛАНЫУСЫЛЫҠ ЙӘМҒИӘТЕНӘ

йәки Ҡулланыу мәҙәниәтенең асылы хаҡында.

(“Төшөнкөлөктән сүплек ҡотҡарҙы, йәки Әйбер ҡоло булмайыҡ”, “Йәшлек” 2015 йыл, 11 сентябрь, 35-се һан)

Баш һүҙ

Йәштәргә ҡулланыу тәртибен төшөндөрөү һәм ҡулланыусылыҡ мәҙәниәтен үҙләштереү мотлаҡтыр. Аңлатам, ни өсөн.
Гөлнур Кадаеваның “Йәшлек” гәзитендә баҫылған “Төшөнкөлөктән сүплек ҡотҡарҙы, йәки Әйбер ҡоло булмайыҡ” тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, ХХ быуаттың күренекле гуманитар ғалимы Эрих Фроммдың ошо фекере иҫкә килеп төштө: “Хәҙерге кеше – ботҡа табыныусы, ул үҙен әйбер аша ғына билдәләй, кешене уның ниндәй әйбер ҡулланыуына ҡарап баһалайҙар”. Ике йылдан ашыу элек гәзиттә баҫтырылған “Хәҙерге йәштәрҙең ҡулланыу тәртибе” тигән мәҡәләм дә ҡулланыусылыҡ сиренең йәштәр араһында таралыуы хаҡында ине (“Йәшлек”, 2013 йыл, 28 июнь, 49-сы һан, 4-се бит). “Әйберҙәрҙе кешене яратҡан кеүек яратабыҙ”, – тип бик раҫ яҙған Гөлдәр һылыу ҙа.
Шулай, ваҡыт тигәнең күп тә үтмәне, уйланып йөрөгән арауыҡта, гәзитебеҙҙә “Шаңдау” рубрикаһында сәйер генә (оригиналь, дөрөҫөн әйткәндә) бер авторҙың (псевдонимы ни тора – Затымаҡ Туғанаш!) Гөлдәр Кадаеваның мәҡәләһенә яуап рәүешендә яҙмаһы баҫылып сыҡты (“Йәшлек”, 2015 йыл, 2 октябрь, 38-се һан, 4-се бит).

Ҡулланыу тәртибен өйрәнеү зарурлығы

Күреүебеҙсә, ҡулланыусылыҡ мәсьәләһенә байтаҡ фекерләүсе граждан битараф түгел. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ фекерен йәмәғәтселеккә еткерергә хоҡуғы бар. Әммә ләкин Затымаҡ Туғанаш мәсьәләне икенсе яҡҡа бороп ебәргән. Имеш, “беҙҙең халыҡтан Рәсәй күләмендә булһа ла бөгөн төртөп күрһәтерлек банкир ҙа, эшҡыуар ҙа, генераль директор ҙа, губернатор ҙа – ҡыҫҡаһы, бер генә билдәле шәхес тә юҡ”, ти. Гүйә бер миллион ярым һанлы беҙҙең ҡәүем тотош дәү гигант Рәсәй өсөн ошондай юғары вазифаларға кадрҙар тәьмин итергә тейеш! Юҡ, төптө улай түгел. Хатта үҙ республикаһында идара һәм ижтимағи-иҡтисади вазифа­лар­ға үҙ милләтенән етерлек кадрҙар тәьмин итә алыу мөмкинлеге юҡ. Бындай хәл ҡулланыусылыҡ рәүеше, ҡулланыу тәртибе менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Был сәйәси мәсьәлә беҙҙең темаға ҡағылмай ул.
Минеңсә, ҡулланыу тәртибе мәсьәләһен үҙ юҫығында һәм тәрәнерәк ҡарау зарурҙыр. Бигерәк тә хәҙерге йәштәргә ҡулланыусылыҡтың яҡшы һәм насар яҡтарын аңлатыу мөһим. Бәхеткә ҡаршы, хәҙерге донъя фәнендә ҡулланыусылыҡ феноменын һәм уның төрлө фактор­ҙарын, структураһын, йо­ғонтоһон һәм һөҙөмтәләрен яҡшы өйрәнәләр һәм тикшерәләр. Миҫалдар артынан алыҫ йөрөйһө түгел: быйыл иҡтисад фәндәре буйынса Нобель премияһы АҠШ ғалимы, шотланд милләтле профессор Ангус Дитонға ҡулланыу, ярлылыҡ һәм етеш тормош мәсьәләләрен аныҡ һәм тулы анализлаған өсөн тапшырылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә, иҡтисади үҫештең тотороҡһоҙлоғо һәм уның һөҙөмтәләре булараҡ ижтимағи-мәҙәни тормоштоң ҡатмарлашыуы беҙҙең фәндә ҡулланыусылыҡты тикшереүгә булышлыҡ итмәй. Ғалимдарҙың иғтибарын башҡа мәсьәләләр яулаған. Рәсәй киңлегендә ҡулланыусылыҡты төптән тикшеренеү юҡ һымаҡ.
1999 – 2012 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты тарих факультетында формаль булмаған социологик тикшеренеү ғилми группаһы (2004 – 2010 йылдарҙа – социология лабораторияһы) профессор Рәмзил Ғабдулхаҡов, доцент Евгений Стовба һәм ошо юлдарҙың авторы етәкселегендә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге 17 муниципаль районы йәштәре һәм биш бәләкәй ҡалаһындағы (Бөрө, Дүртөйлө, Благовещен, Нефтекама һәм Яңауыл) уҡыу йорттарында уҡыған ауыл йәштәре араһында социологик мониторинг алып барҙы. Уның һөҙөмтәләре беҙҙең төрлө күп ғилми публикация (мәсьәләләр, ғилми-ғәмәли форумдарҙың материалдары йыйынтыҡтары, китаптар) баҫылып сыҡты. Ауыл йәштәренең ижтимағи, мәҙәни, иҡтисади, психологик, шәхси мәсьәләләрен тикшереү барышында уларҙың ҡулланыу тәртибенә лә иғтибар иттек. Был турала “Йәшлек”тә юғарыла әйтелгән мәҡәләмдә яҙылды.

Ҡулланыусылыҡтың тәбиғи-тарихи тамырҙары

Әйбер ҡолона әйләнмәҫ өсөн хәҙерге йәштәр күп белемгә эйә булырға тейеш, төрлө яҡлы шәхси мәҙәни үҫеүгә ынтылырға, сит телдәрҙе үҙ туған теле кеүек белергә, мәғлүмәтте пропаганда һәм пост­модернистик әҙәпһеҙлек таратыу­сы ТВ һәм матбуғат аша ғына түгел, ә бар донъя сығанаҡтары, интернет селтәрендәге цензураһыҙ ресурстар аша ла белергә тейеш. Икенсенән, шәхестең әйбер ҡолона әүерелеүе – объектив тәбиғи хәл, мәҫәлән, дингә ышаныу һымаҡ. Кеше нимәгелер ышанмайынса, инанысһыҙ йәшәй алмай. Ул һәр ваҡыт яҡшы тормошҡа, комфортҡа, ҡулланыу тауарҙарын күпләп һатып алыу мөмкинлегенә ынтыла. Хоҙайға ла кеше (дингә бирелгәндәрҙең күпселеге) үҙе һәм яҡындары өсөн бай, тыныс, рәхәт тормош, үҙенең ҡылған гонаһтарын ярлыҡау һорап мөрәжәғәт итә. Бында хаяти бер ниндәй ҙә логика юҡ, фәҡәт боронғо традицияларҙан, догматик дини текстар аша күскән архаик психологик мөнәсәбәт кенә: мин, шәхсән, ҡылған яманлыҡтарымда ғәйепле түгел, хоҙай минең гонаһымды кисерә. Иң мөһиме – традициялар талап иткән йола-ҡағиҙәләрҙе еренә еткереп үтәйем, имеш, хоҙай минең яҡлы. Хәҙерге заманда бынан да ялған тәртип булыуы мөмкин түгел. Сөнки беҙҙең йәштәр – информацион, дигиталь технологиялар һәм яңы фәндәр үҫеү осоро быуыны, фәнни-техник тәрәҡҡиәт йәштәрҙән юғары квалификация, юғары аң, ҡәтғи яуаплылыҡ талап итә. Догматик дини китаптар, нисек кенә улар изге булмаһын, беҙҙең йәштәргә юғары белем бирә аламы һәм уларҙа хәҙерге заманға ярашлы фәнни ҡараш тәрбиәләйме? Һорау риторик, әлбиттә…
Әммә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тәрәҡҡиәттең икенсе яғы ла бар. Ҡулланыу әйберҙәре донъяһы шәхесте баҫып ала бара. XIX быуаттың икенсе яртыһында бөйөк философ-иррационалист Фридрих Ницше: “Хоҙай үлде”, – тип иғлан итте. Ә беҙҙең XXI быуатта ҡайһы бер философтар: “Кеше үлде”, – тип иғлан итмәксе. Имеш, кешене әйберҙәр үлтерҙе. Хатта бәғзе бер философтар “Cogito, ergo sum” (“Фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем”) тигән бөйөк философ-рационалист Рене Декарттың фәлсәфәүи әйтемен “Emo, ergo sum” (“Һатып алам, тимәк, йәшәйем”) тип үҙгәртергә тәҡдим итте. Йәнәһе, кешенең бар тормошон күп һанлы сифатлы ҡулланыу тауары билдәләй.
Раҫ ки, кеше, ғөмүмән, боронғо замандан затлы әйберҙәрҙе ҡулланырға ынтылған. Ләкин беҙҙең быуатта ҡулланыу әйберҙәре ижтимағи аңда беренсе урынға сыҡты. Ҡулланыусылыҡ кешенең йәшәйешен билдәләй тиһәк, ялған булмаҫ. Кешене нисек баһалайҙар хәҙер? Фәнни ҡаҙаныштары, хеҙмәт эшмәкәрлеге, шәхси батырлығы өсөнмө? Хатта юғары хоҡуҡи орган депутаттары – халыҡ “хеҙмәтселәре” байлығы, затлы кейеме, алтын сәғәттәре, ялған докторлыҡ дәрәжәрәләре менән маһая, оялып та тормай, халыҡҡа хеҙмәт итеү урынына үҙҙәренең һәм яҡындарының мәнфәғәтен тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Иҫ киткес, халыҡтың (электораттың) күпселеге яңынан улар өсөн һайлауҙарҙа тауыш бирә. Бына был факт ҡулланыусылыҡ менән бәйләнгән, исмаһам, Туғанаш әфәнде!

Ҡулланыу мәҙәниәте әсастары

Шулай булғас, ҡәҙерле уҡыусылар, эш кешеһен тәрбиәләү программаһы, йәштәрҙе хеҙмәт эшмәкәрлегенә әҙерләү бурысы хәҙер инде артҡы планға күсә. Беҙҙең заман ҡулланыу тәртибен, ҡулланыусылыҡ мәҙәниәтен үҫтереү программаһын алға ҡуя. Иҡтисадҡа фабрикалағы йәки офистағы стандарт мөхитенә түҙемле, тәртипле, дисциплиналы хеҙмәткәр талап ителеүҙән алда, хәҙер инде шундай уҡ яйлы, даими рәүештә, яңынан-яңы ҡулланыу тауарҙарын һатып алыусыны тәьмин итеү зарур икән. Әүәл яҙғанымса, кәрәкле ҡулла­ныу­сы тибын тәрбиәләү өсөн йәштәргә билдәле йәшәү стиле, иң абруйлы ихтыяждарының киң спектры бөтә ижтимағи институттар, киң мәғлүмәт саралары, реклама һәм пропаганда аша яйлап һеңдерелә.
Бөгөн донъяла, “Consumer Report” журналы күрһәткестәре буйынса, индустрия автомобилдең 220 яңы моделен, видеотехниканың 400 төрөн, һабындың 40 сортын, душ өсөн һыу һиптергестең 35 төрөн тәҡдим итә. Туңдырманың сорттары һаны 100-гә етә, сырҙың 150 төрө һатыуҙа, колбаса төрҙәре 50-нән ашып киткән... Кешегә шул хәтлем ҡулланыу тауарҙары ни өсөн икән? Күреп торабыҙ, иҡтисад баҙарға, һатырға, ҡулланырға етештергән тауарҙар ябай, нормаль кешенең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙән күптән инде ғәйәт ары киткән. Индустрия (хәҙер инде беҙҙә лә, Рәсәйҙә лә) ҡулланыу тауарҙарын фәҡәт һатыу өсөн бер ниндәй ҙә кеше ихтыяжына ҡарамай, күпләп-күпләп етештерә. Иң мөһиме – һатыу, ә бының өсөн кәрәкле ҡулланыусы зарур. Бына ни өсөн хәҙерге йәштәрҙе әүәлге мәғариф һәм тәрбиә системаһынан арындырҙылар. Бына ни өсөн илдә ҡулланыусылыҡ идеологияһы һеңдерелә. Бына ни өсөн ауыр сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт өлкәһе һәм башҡа кешелек өлкәләре үҫешмәй, ә тауар һатыу, алыш-биреш, хеҙмәтләндереү өлкәһе генә сәскә ата. Бына ошоларҙы бит йәштәргә аңлатырға кәрәк, ә дөйөм матур һүҙҙәр ҡуйыртып, халыҡтың аңын томаламаҫҡа ине.
Иң яңы тарих осоро философы һәм культурологы француз Жан Бодрийяр әйтмешләй, постмодернист кеше яңынан-яңы әйберҙәр һатып алыу мөмкинлеген генә үҙенең төп маҡсаты итеп һанай. Бер яҡтан, уныңса, яңы сифатлы һәм затлы әйберҙәр кеше шәхесен үҫтереүгә, камиллаштырырға, рухи һәм матди тәрәҡҡиәтенә булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан, ҡулланыу та­уар­ҙарын күпләп һатып алыу иҡтисади үҫешкә, сәнәғәтте, транспортты, хеҙмәтләндереү өлкәһен, транспортты, логистиканы һ.б. йәмғиәттең төрлө тармаҡтарын үҫтереүҙең төп һәм мөһим сараһы булып тора, ти.
Ҡулланыу мәҙәниәтенең төп принцибы (нигеҙе, әсасы) – фәҡәт иң яңы ҡулланыу тауарҙарын һатып алыу, бөтә ыңғай сифатттар әйбер­ҙең иң яңы моделдәре, төрҙәре, сорттары һ.б. менән генә бәйләнгән. Иҫкергән тауар шунда уҡ әйләнештән сығарыла, бөтә кире сифаттар иҫкелек менән бәйләнгән, тип таныла. Шуның өсөн дә ҡулланыусылыҡ йәмғиәте һәр ваҡыт тормоштағы барса архаик күренешкә, ҡәҙимилеккә, традицияларға, ғөмүмән, бөтә иҫкелеккә ҡәтғи рәүештә ҡаршы. Шуның өсөн дә ҡулланыусылыҡ йәмғиәте йәштәрҙе үҙенә тарта ла инде. Дөрөҫөн әйткәндә, ололарҙың да күбеһе ҡулланыусылыҡ сиренә бирелгән, улар ҙа йәштәрҙән ҡалышмай, ошо йәмғиәткә бик ҡаршы түгелдәр.

Йомғаҡлау

Тормоштағы факттар һәм социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, “кешеме, әллә әйберме” тигән дилемма әйбер файҙаһына сиселгәнгә оҡшай. Хәҙерге кеше йәмғиәт менән эшләргә һәм ҡулланырға контракт төҙөгән кеүек. Был контракт буйынса кеше үҙенең бөтә тормошо ағымында бер туҡтамайынса ҡулланыу әйберҙәрен һатып алыу өсөн эшләргә лә эшләргә тейеш булып сыға. Иҫке йәмғиәттә кеше йәшәр өсөн эшләй ине, хәҙер инде яңы, ҡулланыусылыҡ йәмғиәтендә кеше һатып алыу өсөн эшләй. “Кеше әйбер ҡоло буламы?” тигән һорау риторик һорау булып бушлыҡта, бер кемгә лә ҡағылмай, йә алыҫҡа китеп, юҡҡа сыға... Тормош үҙенекен ҡыла. Ҡулланыусылыҡ йәмғиәте институттары яңы шәхес тәрбиәләй, яңы мәҙәниәт ҡора, яңы феномен хасил була – кешенең сифаттары, эшмәкәрлеге, ваҡиғалар, объекттар түгел, ә яңынан-яңы әйберҙәрҙең алмашынып тороуы мөһим. Әйберҙәр донъяһы кеше йәшәйешен, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе билдәләй. Беҙ яңы феноменология тыуыуының тере шаһиттарыбыҙ.

Рияз МӘСӘЛИМ.
Бөрө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға