«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



04.12.2010 Өс һөйләм менән

БР Урман хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә урман мастерҙарының ағас ҡырҡыу фонды буйынса производство отчеттарының сифаты ҡаралды. Анализ күрһәтеүенсә, министрлыҡҡа ҡараған ҡайһы бер дәүләт учреждениеларында етди етеш­һеҙлектәр бар. Ведомство башлығы Рәжәп Нәбиуллин һүҙҙәренсә, министрлыҡҡа ай һайын бөтә производство отчеттарын һәр мастер участкаһы буйынса ағас бүлеү маҡсаттарын мотлаҡ күрһәтеп тапшырыр­ға кәрәк.

БР Президенты республика Хөкүмәтенә Өфөлә һәм төбәктең башҡа ҡалаларында транспорт ағымын ҡулайлаштырыуҙың комплекслы программаһын эшләргә ҡушты. Ул пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип булдырырға, туҡталыштар эргәһендә йәмәғәт транспортының ҡулай хәрәкәтен ойошторорға, автомобиль туҡталҡаларын күберәк төҙөргә кәрәклегенә баҫым яһаны. Шулай уҡ Башҡортостан ҡалаларында такси хеҙмәтен үҫтереү буйынса айырым программа эшләү талап ителә.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә бизнес менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн 6 декабрҙән 18-енә тиклем бушлай ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курсы үткәрә. Программала хужалыҡ хоҡуғы һәм граждандар закондары нигеҙҙәрен, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы механизмын, маркетинг һәм һалым һалыу системаларын, бухгалтерия иҫәбен ойоштороу һәм алып барыуҙы өйрәнеү, бизнес-план төҙөү буйынса практикум үткәреү ҡаралған. Ике аҙналыҡ курс эшһеҙҙәр һәм эшҡыуарҙар өсөн ойошторола.

«Айыҡ Башҡортостан» тип атал­ған йәмәғәт хәрәкәте үҙ эшен башланы. Уны башлаусы төркөмдөң инициативаһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостандың Рустар соборы башҡарма комитеты, «Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш берлеге» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы хуплаған. Яңы ойошма йәштәр араһында оҙаҡ йылдар спиртлы эсемлектәр, тәмәке һәм наркотиктар ҡулланыуҙы профилактикалау менән шөғөлләнеүсе ғалимдарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерә.

БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында «ПЭТФ-Башҡортостан» технопаркын булдырыу буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтте. Унда «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында технопарк, шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралары сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеген ойоштороу йүнәлештәре һәм ысулдары тикшерелде. «ПЭТФ-Башҡортостан» технопаркында төрлө химия продукцияһы етештереү күҙаллана.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға