«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сит ҡорттарҙы индермәйбеҙ



07.11.2015 Сит ҡорттарҙы индермәйбеҙ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортос­тандың ҡурсаулыҡ, милли парктары биләмәһендә һәм уға яҡын ерҙә ситтән килтерелгән бал ҡорттарын үрсетеүҙе тыйған закон проекты әҙерләнә. Был Бөрйән ҡортон һаҡлау өсөн эшләнә.
Ҡоролтай бинаһында “Шүл­гәнташ” ҡурсаулығы етәксеһе Михаил Косарев һәм “Башҡор­тостан милли паркы” директоры Владимир Кузнецов менән осрашыуҙа Бөрйән районының Ғә­лиәкбәр, Ғәҙелгәрәй, Мо­насип, Иҫке Собханғол ауылдары янында күпләп таралған таҙа тоҡомло Бөрйән ҡортон һаҡлау буйынса фекер алыштылар.
Һуңғы ваҡытта Бөрйәнгә республиканың башҡа төбәктәренән бал ҡорттары килтереү әүҙемләшкән икән. Был урындағы ҡорттарға янай, сөнки улар башҡа тоҡомло ҡорттар менән ҡушыла. Парламентарийҙар шуға ла тыйыусы закон проекты әҙерләүҙе дөрөҫ тип тапҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға