23.10.2015 Күпме күңелгә дәрт, өмөт һалды
Мәскәү ҡалаһында Щепкин исемендәге театр училищеһының ятағы. Бүлмәлә компьютер алдында күҙлек кейгән матур, ап-аҡ йомро битле мөләйем ханым тырыша-тырыша нимәлер яҙа. Яҙыу эшенә мөкиббән китеп бирелгәнгәлер, килеп инеүемде һиҙмәне. Кейем шкафы менән бүлмә икегә бүленгән, шуға ла ингән кешене шунда уҡ күреп тә булмай, ә ишек бик йомшаҡ асыла. Ипләп кенә эскә инеп, уны артынан йомшаҡ ҡына ҡосаҡлап алдым.
Әйҙә, туғаным, эштән һуң, асыҡҡанһыңдыр, аш ашап алайыҡ. Мин һине көтөп, туҡмаслы аш та бешергәйнем, һуңынан рәхәтләнеп һөйләшә-һөйләшә, тәмләп, үҙебеҙсә сәй эсербеҙ, – тип бүлмәһенең кухня өлөшөнә барып, әсәйҙәрсә бөтөрөлөп өҫтәл әҙерләй башланы.
Килгән һайын Рәсимә апай шулай, тәмле ашы, татлы сәйе менән һыйлай ине. Уға килһәң, үҙеңде тыуған яғыңа ҡайтҡандай тояһың. Ә компьютеры гел эшләп торор ине. Унда яғымлы, балалар өсөн татлы телдә әле генә Рәсимә апайҙың тел төбөнән сихри әкиәттәгеләй һикереп төшкән мажаралы хәрефтәр донъяһынан шаян, шуҡ, осҡор һүҙле шиғырҙар теҙмәһе. Уны һәр килгән һайын яратҡан компьютерында рәхәтләнеп ижад иткән хәлдә күрә инем. Бер саҡ барһам, телевидение тураһында “Телеүҙәк – Тилеүҙәк” тип исемләнгән, яратып-шаяртып яҙылған шиғыры өҫтөндә эшләп ултыра ине.
– Туғаным, кил әле, уҡып ҡара, шунда эшләгән кеше булараҡ, баһаңды бир, нисек яҙылған икән, – тип йылмайып, балаларса шатланып, мине компьютеры янына саҡырҙы. Уҡып сыҡтым да: “Бик шәп яҙылған, Рәсимә апай, бөтәһе лә тап һеҙ яҙғанса”, – тинем. Уның күңеле тағы ла күтәрелеп китте. Шиғырҙа балалар күҙлегенән телевидениеның нисек күҙ алдарына килеп баҫыуы тураһында мауыҡтырғыс итеп, әкиәт донъяһындағылай бөтә нескәлеген белеп (балалар тапшырыуҙарында ҡатнашҡас, белә инде), тойоп тасуирлағайны...
Ниңәлер бөгөнгө көнгә тиклем уның шул шиғыры күҙ алдынан китмәй, әллә күңелгә яҡын булғанға инде... “Телеүҙәк – Тилеүҙәк”...
Кеше, ҡайһы тарафта ғына йәшәмәһен, тыуған яғын һәр саҡ һағына. Осрашҡанда кистәрен Рәсимә апайҙың бүлмәһендә башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға ярата инек. Бүлмәһе уның студенттары менән шығырым тула ине. Кемдер ҡурайҙа уйнай, кемдер йырлай һәм бөтәһе лә яйлап ҡына уға ҡушыла. Башҡорт халҡының моңло йырҙары Мәскәү йортонан урамдарға бүлмәгә һыймай ағыла ине...
Шундай кистәрҙең береһендә Рәсимә апай миңә: “Туғаным, йырла әле миңә берәй яратҡан йырыңды”, – тигәс, халыҡ йыры “Зөбәйҙә”не йырланым. Ул уны шундай яратты, осрашҡан һайын йырлата торғайны. “Һин булмағанда тыңлармын”, – тип диктофонына ла яҙып алды.
Яҙ ине. Бер килгәнемдә Рәсимә апай миңә ҡағыҙ һона.
– Мә, туғаным, был һиңә, уҡы, – тине. Шундай тулҡынланыу менән уҡыным – был шиғыр минең турала ине... Минең кеүек сит ерҙә тыуған төйәген һағынып йәшәгәндәр тураһында ине... Иҫ китмәле тәрән йөкмәткеле шиғыр яҙғайны Рәсимә апай.
Мәскәү урамында “Зөбәйҙә”
Башҡорт күкрәгендә ятҡан моңдо
Тотоп буламы ни ул бәйҙә?
Таш ҡаланы ҡапыл һиҫкәндереп,
Сыңлап китте беҙҙең “Зөбәйҙә”.
Йөрәгенә барып етмәһә лә,
Ҡолағына төшә күптәргә.
Аптыранып улар моңдо эҙләй,
Ҡараш ташлай яҙғы күктәргә.
Мәскәү ҡалаһының шауын еңеп,
Һауаларға аша туған моң,
Йөрәгемде семтеп илатып та
Шиғыр юлы булып тыуған моң.
Мәскәү урамына диктофондан
Гөлсәриә йырлай “Зөбәйҙә”.
Ҡыҙ баланың һағыш даръяларын
Тыйып буламы ни ул бәйҙә?
Ҡараштарым эҙләй: ошо моңға
Арбалып та туҡтар барҙыр ул,
Таш бәғерле ҡалала башҡорт
тигән
Моң ҡаҡлығыр йөрәк – ярҙыр ул!
Мәскәү тарафында тары кеүек
Һибелеп йәшәй күпме
башҡортом,
Йөрәгенә төйнәп һағыш моңон,
Төштәрендә күреп баш йортон.
Башҡортомдоң йөрәккәйен
эҙләй,
Өҙөлөп тә сыңлай “Зөбәйҙә”,
Ишетер ҙә ҡоштай талпыныр тим,
Башҡорт күңеле булмаҫ ул бәйҙә.
Эйе, Мәскәүҙәге осрашыуҙар күңелгә шундай рәхәтлек бирә ине.
Рәсимә апай Ураҡсина бик оптимист кеше булды. Уның менән гел осрашҡы ғына килеп тора ине. Ул һине тыңлай ҙа, матур, дөрөҫ кәңәштәрен дә бирә белде. Бик ауыр саҡтарҙа ла күңелде төшөрмәҫкә, тик алға атларға, нисек кенә булмаһын, бер аҙымлап булһа ла, хатта ярты аҙым булһа ла, тик алға ғына атларға өйрәтте. Күңелгә дәрт, дарман өҫтәй ине. Уның янынан ҡанатланып сығып китәһең...
Рәхмәт, Рәсимә апай, күңелемә яҡын кеше булғаның, яҡты, матур өмөттәргә өндәгәнең өсөн. Күңелең таҙа, саф, яҡты, матур булғаның өсөн һәм тирә-яғыңдағы кешеләрҙе лә шундай матур донъяға әйҙәүең өсөн! Рухың тыныс, урының йәннәттә булһын, Рәсимә апай!
Гөлсәриә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА,
“Башҡортостан” дәүләт
телекомпанияһы режиссеры.