«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс автор халыҡ-ара конкурста ҡатнаша



16.10.2015 Өс автор халыҡ-ара конкурста ҡатнаша

Өфөлә Халдун Танер исемендәге халыҡ-ара драматургтар конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. ТӨРКСОЙ һәм Евразия» яҙыусылар союзы ойошмаһының был проекты танылған төрөк драматургының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.
Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәгенә конкурс өсөн 50-нән ашыу автор әҫәрҙәрен тапшырған. Улар араһында трагедия, комедия, төрлө темаға арналған драмалар ҙа, хатта моноспектакль өсөн яҙылған пьесалар ҙа булған. Үҙәктең етәксеһе Әлиә Яхина белдереүенсә, конкурста ебәрелгән эштәргә театр режиссерҙары ҙур ҡыҙыҡһындырыу белдергән. Алдағы ижад миҙгелендә уларҙың сәхнәлә ҡуйылыуы ла мөмкин.
Проекттың комиссия ағзалары Мәрйәм Бураҡаеваның “Шәүлә”, Наил Ғәйетбаевтың “Любезники-любизар”, Мөнир Ҡунафиндың “Люксембургка барғанда” пьессаларын халыҡ-ара конкурсҡа ебәреү өсөн һайлап алды.
Авторҙарҙың әҫәрҙәре төрөк теленә тәржемә ителгән һәм конкурста артабан ҡатнашыу өсөн халыҡ-ара жюри тарафынан һайлап алынасаҡ. Халдун Танер исемендәге халыҡ-ара драматургтар конкурсы еңеүсеһен 15 мең төрөк лираһы (яҡынса 320 мең һум) көтә. Бынан тыш, конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алған әҫәрҙәр төрки донъяһы сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ. Башҡортостан авторҙарына уңыштар теләйбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға