«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә беҙҙең ауылда...



19.09.2015 Ә беҙҙең ауылда...

Ә беҙҙең ауылда...Хәмитйән Хәмитов,
Өфө районының Шамонин ауылы:

– Шамонин ауылында киләсәктә 350 урынға иҫәпләнгән мәсет төҙөләсәк. Әлеге көндә проект эштәрен әҙерләү бара. Яңы иман йорто “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһы янында урынлашасаҡ. Уны бағымсылар, халыҡ иҫәбенә төҙөргә ниәтләйбеҙ. Бөгөнгө көндә мәсет төҙөлөшөнә аҡса күсереү өсөн иҫәп асылған. 1500-гә яҡын йорт төҙөлгән ауыл өсөн иман йорто күптән кәрәк ине. Күрше Бурцево, Шмидтово ауылдарында йәшәүсе мосолмандар ҙа бында йөрөй ала. 24 сентябрҙә Ҡорбан байрамында ғибәҙәтхана төҙөләсәк урында намаҙ уҡыласаҡ, теләүселәргә ҡорбан салыу ойоштороласаҡ. Әле шул урында япма эшләп ятабыҙ.

Гөлнара Шәймөхәмәтова,
Балтас районының Иҫке Балтас ауылы:

– Беҙҙең Иҫке Балтас ауылының Көнбайыш микрора­йонында 139 урынға тәғәйенләнгән “Миләшкәй” мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениеһын асыу район үҙәгендә балаларға балалар баҡсаһында урын етмәү мәсьәләһен хәл итте. Бина 2013 йылдың декабрендә төҙөлә башлағайны. Төҙөлөшкә республика бюджетынан 107 миллион һум аҡса бүленде. Баҡсала балаларға мәктәпкәсә тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар ҙа заманса талаптарға ярашлы итеп тыуҙырылған. Музыка һәм рәсем төшөрөү менән шөғөлләнергә, инглиз телен өйрәнергә була. “Миләшкәй”ҙә ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың талантын үҫтереү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Иҫке Балтаста балалар баҡсаһына сират юҡ.


Сулпан Камалова,
Учалы районының Сораман ауылы:

– Быйыл уңыш мул булды, баҡсала йәшелсә-емеш уңды. Әле әбейҙәр сыуағында халыҡ картуф ҡаҙа. Уңыш бик яҡшы. Йәй ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, ҡояшлы көндәр аҙ булһа ла, әкренләп ҡышҡылыҡҡа бесән дә әҙерләнде. Ауыл кешеһенә йыл әйләнәһенә ял юҡ инде, йәй етһә ҡыш сығырын, утын әҙерләүҙе, малға бесәнде ҡайғырта башлай.
Ауылыбыҙҙа һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә яңылыҡтар бар. Күптән түгел урамдарға ваҡ таш түшәй башланылар. Һыу торбалары һуҙғанда юлдар боҙолғайны. Ауыл китапханаһының ябылыуы ла беҙҙе борсоуға һалды. Интернет заманы тиһәк тә, кеше китапханаға йөрөй, китап ала, ваҡытлы матбуғат менән шунда таныша инек әле. Күрше Мәҫкәү, Килмәк ауылдарында 1 октябр­ҙә мәсет асылыуы ла беҙҙең өсөн ҙур һөйөнөс. Үҙебеҙҙең ауылдағы иман йортона ла тиҙерәк электр үткәрергә ине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға