«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тыуған еребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ!



18.09.2015 Тыуған еребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ!

Тыуған еребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ!Быйыл август айында Әлшәй районының өс ауылы – Себенле, Тәүәтәй, Һарыш 220 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.
Хайран ҡалырлыҡ матур беҙҙең яҡтар! Дим ярына эйелеп үҫкән бөҙрә талдар, йәм-йәшел туғайлыҡтар, ҡуйы әрәмәлектәр, муйыл, балан, йүкә, гөл-йемеш сәскә атҡанда һулап туйғыһыҙ хуш еҫ бөрккән урман һәм ҡыуаҡлыҡтар, балыҡтар уйнауы, ҡоштар тауышы...
Ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағын төйәк иткән беҙҙең боронғо ата-бабалар. Дим аръяғына сығып, өйкөм әрәмәлектәр, сәскәле туғайҙар аша Миәкә районының Илсеғол ауылы эргәһендәге Нарыҫтау тауына – данлыҡлы шишмәгә барып юлығаһың.

Гөрләп торҙо Дим буйы

Ҡояшлы иртә. Бар халыҡ Себенле ауылының иң матур урынына – Еңеү урамындағы оло майҙанға ағыла. Тирмәләр ҡоролоп, аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән. Сәхнә әллә ҡайҙан барыһын да үҙенә саҡырып тора. Өҫтәлдәрҙә сәк-сәк, ҡоймаҡ кеүек һый-ниғмәттәр, еҙ самауырҙар ҡайнай, ит һалынған ҡаҙандар боҫрай. Күңелле йыр-моң аҫтында шат йөҙлө, матур кейенгән ауылдаштар тулҡынланып, байрам башланыуын көтә. Ә сәхнәнең һул яғында Тәүәтәйҙән килгән рәссам Мәжит Миңлебаевтың “Һүрәттәрҙә – ауылым тарихы” исемле күргәҙмәһе ҡуйылған. Ҡош осошо бейеклегенән бынан 50 – 60 йыл элекке ауыл күренештәре, ул саҡтағы мәктәп, ағас күпер, тәбиғәт матурлығы күрһәтелгән һүрәттәр янынан халыҡ өҙөлмәй. Себенле ауыл китапханаһының “Хәтерләргә ҡалды үткәндәр” фотокүргәҙмәһе алдында берәүҙәр – ата-әсәләрен, икенселәр үҙҙәрен танып, күҙ йәштәре аша үткәндәрҙе иҫкә алды. Элек-электән Дим буйы ҡатын-ҡыҙҙары аҫалы балаҫ һуғып, шәл бәйләүҙә оҫталыҡ күрһәткән. Сәүиә апай Ғимранова ошондай эштәрҙән күҙ яуын алып торған теҙмә эшләгән.
Оло байрамды үткәрергә фатиха һорап, Мансур хәҙрәт Сәһәрйәров доға ҡылды. Себенле ауыл – биләмәһе хакимиәте башлығы Владик Миңлеғәлиев тантананы асып, ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм байрам алдынан тирә-яҡты төҙөкләндереүгә матди ярҙам күрһәткән өсөн район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Артабан хеҙмәт ветерандарына, байрамды ойоштороусыларға, уҡытыусыларға Почет грамоталары тапшырылды. Унан һуң көслө алҡыштар аҫтында ауыл биләмәһендә иғлан ителгән “Иң матур йорт”, “Иң матур баҡса” бәйгеһендә еңеүселәр тәбрикләнде. Ауыл аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре, яңы өйләнешкәндәр, хатта сабыйҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Тыуған еребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ!Хакимиәт башлығы Владик Рафиҡ улы 50 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын билдәләүсе бәхетле ғаилә парҙары Рауза һәм Сәрүәр Шәрипҡоловтарға, Мәймүнә һәм Рим Шәүәлиевтарға республикабыҙ Башлығының Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. Себенле мәҙәниәт йорто директоры Гөлнур Миңлеғолова һәм художество етәксеһе Илиза Нәғимова байрамды ойошторғайны. Ата-бабаларыбыҙҙың Дим буйына килеп ултырыу күренешен сәхнәләштереп, бар халыҡты ғәжәпкә ҡалдырҙылар. “Умырзая” вокаль ансамбленең моңло йырҙары, “Дим ынйылары” фольклор ансамбле башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр барыһын да ҡыуандырҙы.
Байрамдың ҡунағы, шағирә Гөлфиә Юнысова яҡташтарына шиғырҙарын уҡыны, Һарыш ауылы аҡһаҡалдары Хамис Өмөтҡужин һәм Шамсун Ғәбдрәхимовты бүләкләне. Артабан Себенленең “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Зәйнәб Шәрипова менән Һарыштан килгән Зәлиә Кашапова үҙ ауылдарының тарихы менән таныштырҙы.
Эйе, тарих биттәрен байҡап ҡараһаң, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығына, динен, телен, ерен, моңон, милли йолаларын онотмай, беҙҙең көнгәсә һаҡлап килеүенә хайран ҡалырлыҡ. Әгәр беҙ, һәр ата-әсә, бала йөрәгенә ошо мөҡәддәс мираҫты һалһаҡ, халҡыбыҙ, динебеҙ, телебеҙ, йолаларыбыҙ юғалмаҫ. Тыуған ауылыбыҙҙы, иң ғәзиз кешеләребеҙҙе, атай-әсәйебеҙҙе ҡабул иткән изге тупрағыбыҙҙы онотмайыҡ!

Исемдәре яҙылған тарихҡа

Тыуған еребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ!Борон-борондан Дим буйында Мең ырыуы башҡорттары көн иткән. Әммә XVII – XVIII быуаттарҙа Дим үҙәненә Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Ҡатай ырыуы вәкилдәре күсеп ултыра башлағас, халыҡ этник яҡтан ҡатнашҡан.
Себенле – аҫаба башҡорттарҙан торған иң боронғо һәм иң ҙур ауыл. Өлкәндәр әйтеүенсә, зыяратта 1600 – 1700 йылдар арауығын күрһәткән ҡәбер таштары табылған. Элегерәк ошо ауылдың урынында ҡуйы урман үҫеп, уның уртаһында себенле-серәкәйле матур аҡлан булған. Халыҡ Текмәлә, Һабанай, Аҡкүл буйында йәйләп, ҡышлап йөрөгәс, “Себенле аҡлан”да ултырып йәшәй башлаған. “Аҡлан” һүҙе төшөп ҡалып, ауыл исеме Себенле булып киткән.
Ғалим Ә. Әсфәндиәровтың “Баш­ҡортостан ауылдары тарихы” китабында ошондай юлдар бар:
“1795 йылда Илекәй-Мең улусына ҡараған Себенле ауылында аҫаба башҡорттарҙан тыш, Мең, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Ҡатай ырыуҙарынан күсеүселәр ҙә йәшәгән. 22 йортта 140 кеше иҫәпләнгән.
Ауыл йылдам үҫкән. Халыҡ малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1859 йылғы ревизияла мәсет теркәлгән, 1877 йылда Себенлелә 120 йортта 698 кеше йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда 155 йорт булһа, киләһе йылдағы аслыҡ, граждандар һуғышы арҡаһында 1925 йылда ауылда 86 йорт ҡына ҡала”.
1929 – 1930 йылдарҙа колхозлашыу осоро башлана. 1933 йылда Себенле туғыҙ ауылды – Тәүәтәй, Һарыш, Ҡунҡаҫ, Каменка, Ҡыҙыл юл, Балғажы, Алдар, Балғажы-Биҙелене берләштергән “Фрунзе” колхозының үҙәгенә әйләнә. Быға тиклем Ҡырғыҙ-Миәкә районына инһәк, 1935 йылдың февралендә Әлшәй районы төҙөлә.
Ир яҙмышы – ил яҙмышы, ти халыҡ мәҡәле. Бөйөк Ватан һуғышына Себенле ауылы биләмәһенән киткән 136 яугир тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтмай. Мәҙәниәт йорто эргәһендә Днепрҙы кискәндәге ҡаһарманлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән Хоҙайбирҙе Булатовтың бюсы һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Яу яланында һәләк булған яугир ауылдаштарыбыҙҙың исемлеген тулҡынланмайынса уҡымау мөмкин түгел. Тынлыҡ, хәтер, сәскәләр. Унда шулай уҡ Афған ерендә ғүмере өҙөлгән “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены кавалеры Рауил Мөҙәрисовтың да исеме бар.
Яйлап һуғыш яралары уңала. Халыҡ баҫыуҙа, фермала ал-ял белмәй тир түгә. Хужалыҡ та алдынғылар рәтенә баҫа. “Фрунзе” колхозы “Мир” тип үҙгәртелә, уға Себенле, Тәүәтәй, Һарыш, Ҡыҙыл юл, Ҡунҡаҫ, Каменка ауылдары ҡарай. Себенлелә колхоз идараһы, яңы ферма, келәттәр төҙөлә, һуңыраҡ мәҙәниәт йорто, ҡунаҡхана, магазин, медпункт, һигеҙ йыллыҡтан һуң урта мәктәп барлыҡҡа килә. 1960 – 1990 йылдарҙа “Мир” колхозының рәйесе булып эшләгән Ҡәндәлиф Зариповтың исеме халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Замана үҙгәрә. Гөрләп торған мәктәп быйыл башланғысҡа ҡалды. Себенленән ике уҡытыусы – Фәниә Ғәлимова һәм Радик Кашапов “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Башҡа наградалар алған педагогтар ҙа бар. Ә Себенле фермаһында 30 йылдан ашыу малсы булып эшләп, II дәрәжә “Хеҙмәт Даны” ордены менән бүләкләнгән Радик Булатов менән дә ғорурланабыҙ, егәрлелегенә һоҡланабыҙ. Ундай ир-егеттәрҙең хәҙерге заманда ла барлығына ҡыуанабыҙ.
Себенле ауылы һуңғы йылдарҙа күркәмләнде, кешеләр йорт-ихатаһын матурлауға ҙур иғтибар бирә. Халыҡ көсө менән мәсет төҙөлә. Әле бында 105 йортта 364 кеше йәшәй.

Сәнғәт төбәге ул Һарыш

“Әйҙә, киттек Дим буйына”, “Һарыш ауылы йыры”, “Аҡҡош күле”, “Әлшәй вальсы” йырҙарының авторы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, шағирә, “Башҡортос­тан ҡыҙы” журналының элекке мөхәррире, РСФСР парламенты депутаты, БР Закондар сығарыу палатаһы депутаты, “Почет билдәһе” ордены кавалеры Гөлфиә Юнысованың тыуған ауылы ул.
Һарышта, ысынлап та, сәнғәткә, шиғриәткә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы Марат Йәмилев, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Әхмәр Әхмәҙуллин да ошо ауылдан.
Тарихҡа килгәндә, хәҙерге Ейәнсура райо­нының Ҡаҫмарт йылғаһы буйында йәшәгән башҡорттар 1765 йылда Дим буйына килеп ултырған. Һарыш (Ҡарый) Ҡыпсаҡ улусы Бөрйән ырыуынан булып, ауылға ла ошо исем бирелә. 1795 йылда 14 йортта 70 башҡорт йәшәүе билдәле. Тимәк, Һарыш ауылына нигеҙ һалыныуҙы 1765 йыл тип иҫәпләһәк, быйыл уға 250 йыл, тип әйтергә була. Бында Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Мең ырыуы башҡорттары йәшәй. Ауыл ҙурая, 1816 йылда 112 кеше булһа, 1877 йылда 39 йортта – 233 кеше, ә 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙҙарында 75 йортта 322 кеше йәшәй. Әле 74 йортта 247 кеше һанала.
Ауыл Дим буйының иң матур урынында, алыҫтан Сусаҡтау, Нарыҫтау, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Аҡсулпан ауылдары күренгән ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан. Йылға аръяғында йәйрәп ятҡан сәскәле болондар, өйкөм урман һәм ҡыуаҡлыҡтар тирә-яҡты йәмләй, күңелдәргә йән тыныслығы өҫтәй.
Һарыш ауылы халҡы башҡаларҙан берҙәмлеге, егәрлелеге менән айырылып тора. Тәүгеләрҙән булып “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын улар үткәрҙе. “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” байрамдары ла бик матур ойошторола.
“Мир” колхозының гөрләп торған саҡтарын иҫләгәндә, оҙаҡ йылдар зоотехник, һуңынан Ҡыпсаҡ-Асҡарға колхоз рәйесе булып киткән Ислам ағай Миңлейәровты, алдынғы механизаторҙар Хамис Өмөт­ҡужин, Ислам һәм Таһир Йыһангировтарҙы ғорурлыҡ менән телгә алалар.
Һарыштан 28 уҡытыусы сыҡҡан. Шулар араһында Ғәлимә Ғәлиева һәм Гөлнәзирә Ғәлимуллина – БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыу­сылары, Зәйтүнә Даянова һәм Сәлиә Солтанова – Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәрҙәре, Зәлиә Кашапова “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” исемдәренә лайыҡ булды.
Ауыл старостаһы Мосауир Вә­лиәхмәтовтан да уңды халыҡ. Ул үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Уның етәкселегендә ауыл, зыярат төҙөкләндерелде. Ә Өфөлә йәшәүсе Ирек Юнысов әруахтар төйәгенә үҙ ҡулдары менән бик матур итеп тимер ҡапҡа яһап ҡуйҙы.
Тыуған ерен онотмаған, ғәзиз туғандарының һуңғы төйәген ҡәҙер-хөрмәт иткән ауылдаштарыбыҙға мең рәхмәт яуһын!

Батырҙар төйәге – Тәүәтәй

Себенле һәм Һарыш ауылдарының уртаһында, Дим йылғаһы буйында ултырған Тәүәтәй тураһында өлкәндәр бына нимә һөйләп ҡалдырған.
Бынан өс быуат самаһы элек Әлшәй районының Никифар һәм Алдар ауылдары араһында йәшәгән ун икеләп башҡорт ғаиләһе Дим буйына күскән. Себенле ауылы ҡарттары уларға йылғаның түбәнге ағымы буйынан байтаҡ ер биргән. Ауыл ҙурая. Сабынлыҡ Текмәнең өҫкө яғынан алып, тура Нарыҫтауға тиклем һуҙыла. Сураш күле, Биштирәк, Бәләкәй Аҡкүл, Оло Аҡкүл, Ҡолоҡ күлдәре лә Тәүәтәй сабынлығына инә. Себенле менән Тәүәтәй ауылдары араһында кеше үтә алмаҫлыҡ шырлыҡ булған. Улар араһын һуҡмаҡ ҡына тоташтырған. Статистика мәғлүмәттәрендә ауылыбыҙ исеме тик Тәүәтәй (Теветелька, Таватеево) тип күрһәтелгән, ә Түбәтәй түгел. Бөрйән улусы Бәләбәй өйәҙенән башҡорт Тәүәтәй Минкиндың Дим буйында йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт беренсе тапҡыр 1734 йылда телгә алына. Тимәк, ауыл ҡарттарының һөйләп ҡалдырған хәтирәләре менән яҙмалағы даталар тап килә.
Арҙаҡлы ғалим Ә. Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабынан бына нимәләрҙе белергә була: “Тәүәтәйҙәр Верхнеурал өйәҙенән Бөрйән башҡорттары булып, Илекәй-Мең ырыуы ерҙәренә үҙ-ара килешеү нигеҙендә, договор төҙөмәйенсә килеп ултырған. Тәүәтәйҙең иң өлкән улы Дәүләт (1752 – 1813), уның улы Күсәп (1774), Күсәптең улдары Хәлил, Таймаҫ, Ғәлиулла, Заһиҙулла; Тәүәтәйҙең икенсе улы Юламан (1776), уның улдары Шаһиәхмәт, Бадран, Сайран; өсөнсө улы Атанғол (1776 – 1814)". Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге көндә ауылда Тәүәтәйҙең вариҫтары Бадрановтар, Сайрановтар, Мөхәмәт­шиндар, Әхмәтйәновтар йәшәй. 1795 йылда ауылда 14 йорт булып, унда 100 кеше торған. Бөгөн иһә 104 йортта 382 кеше йәшәй.
Тарихты байҡаһаң, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығына һоҡланмау мөмкин түгел. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике ауылдашыбыҙ – 2-се башҡорт полкынан зауряд-хорунжий Ғәбит Вәлитов һәм 12-се башҡорт полкынан зауряд-сотник Юлдаш Дәүләтов “Парижды алған өсөн” һәм “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлеге” көмөш миҙалдары менән бүләкләнгән. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына Тәүәтәйҙән 89 ир-егет фронтҡа алынып, 39-ы яуҙа ятып ҡала. Еңеү менән ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙ хәҙер инде мәрхүм. Улар араһында “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены кавалерҙары Динислам Мөхәмәтшин, Барый Әминев, Сафуан Нәбиуллин, III дәрәжә “Хәрби Дан” ордены кавалеры Хөснулла Хөснөтдинов бар.
Ауылдашыбыҙ, “Башинформсвязь” йәм­ғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Рәсих Исҡужин һуғыш ҡаһармандары иҫтәлегенә обелиск ҡуйҙырырға ниәтләй. Илем, ерем, тип янған был ир уҙаманының тағы ла изге башланғысы – мәсет ауылды биҙәй.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, аслыҡ, яланғаслыҡ, етем балалар, тол ҡатындар, яңғыҙ әсәләр... Ә халыҡтың йәшәргә, яҡшы тормошҡа ынтылышы шул тиклем көслө булған. Ал-ял белмәй колхоз баҫыуҙарында, фермаларҙа эшләгән ауылдаштарыбыҙ күп. 18 йәшендә һалдатҡа алынып, 1966 йылда кукуруз үҫтереүҙә ҙур уңышҡа өлгәшкәне өсөн Ленин орденына лайыҡ булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйретдин Әхмәтйәнов, III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордены кавалеры, механизатор Ғәйсәр Мөхәмәтшин, 45 йыл стажлы механизатор, “Почет билдәһе” орденлы Радик Халиҡов, ике “Почет билдәһе” ордены кавалеры, алдынғы һауынсы Фәүзиә Раянова, “Почет билдәһе”, III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордендары кавалеры, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Клара Әхмәтйәнова менән хаҡлы ғорурланабыҙ.
Сит яҡтарҙа йәшәп, тыуған ауылын данлап эшләүселәр ҙә күп беҙҙә. Шун­дайҙарҙан “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ” ордены кавалеры, БР-ҙың атҡаҙанған малсыһы Мәрфуға Шәйхетдинова, II һәм III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордендарына лайыҡ булыу­сы, БР-ҙың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Рәйлә Халиҡова, БР-ҙың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Зари­пова, БР Президентының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе Әминә Әхмәт­йә­нованы атап үтергә була.
“Әлифба”ны өйрәткән тәүге уҡытыусыларыбыҙҙы ла иҫкә алайыҡ. Өлкәнерәк быуынға Фатима апай Мөхәмәтшина, Сө­нәғәт ағай һәм Сажиҙә апай Әхмәҙиевтар, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Мәрйәм Мөхәмәтшина таныш, йәшерәктәрҙе РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы Тәнзилә Кашапова, III дәрәжә “Хеҙмәт даны” орденлы Фәрит Миңлейәров, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Рәмзиә Хөснуллина уҡытты. Бөгөн дә уларҙың рухы яҡтырып, шатланып торһон!
Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе. Үткән быуын менән хәҙергеһе, балаларыбыҙ менән киләсәк араһындағы тарихи, рухи бәйләнеш, тамырҙар һаҡланһын өсөн аҡһаҡалдарыбыҙҙың аҡыллы һүҙе, өләсәйҙәребеҙҙең ҡарһүҙе йышыраҡ яңғыраһын ине, ауылдаштарым, яҡташтарым!

Рәсилә МИҢЛЕЙӘРОВА,
педагогик хеҙмәт ветераны.

Әлшәй районы,
Тәүәтәй ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға