12.09.2015 Юлдаш телеканалы яңы миҙгелде башлай
Ижад коллективтары һәр ижад миҙгелен асҡан һайын үҙ тамашасыларын һәйбәт яңылыҡтар менән ҡыуандырырға тырыша. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре яңы ижад миҙгеленә, күптәр яратып ҡараған тапшырыуҙар менән бер рәттән, яңы проекттарҙы эфирға сығарасаҡ. Яңы һәм һағындырған алып барыусылар, көнүҙәк темалар һәм көтөлмәгән сюрприздар менән тулы был миҙгел бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Йәйҙең һуңғы көнөндә тәүге тапҡыр эфирға “Биш дауа” тапшырыуы сыҡты. Уны Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Эльвира Ҡыҙрасова алып бара. Исеменән үк күренеүенсә, тапшырыу һаулыҡ һаҡлау темаһына арналған. Сирҙәрҙең тәүге билдәләре, профилактика һәм халыҡ медицинаһы менән дауаланыу тураһында ентекле һөйләшеү алып барыла.
19 сентябрҙән һәр шәмбелә күренекле шәхестәр менән “Осрашыу” тапшырыуы эфирға сығасаҡ. Уны билдәле журналист Янис Рамаҙанов алып бара. Әйткәндәй, ул быға тиклем “Замандаштар” тапшырыуын әҙерләһә лә, камера артында ғына эшләгән. Шулай уҡ билдәле йырсы, “Дарман” телеконкурсының алып барыусыһы Гөлдәр Ишҡыуатованы ла ҡабат зәңгәр экрандар аша күрәсәкбеҙ. Тик ул бөтөнләй икенсе, йыр-моңға ҡағылышы булмаған, ә иҡдисад һәм бизнес темаһына арналған тапшырыу әҙерләй. “Бай” проекты ауыл ерендә йәшәүсе шәхси эшҡыуарҙарға арнала.
“Салауат Юлаев” хоккей командаһының, ғөмүмән, был уйындың көйәрмәндәрен дә яңы тапшырыу ҡыуандырыр: “Дүртенсе аралыҡ” спорт һәм хоккей темаһына арнала. Алып барыусылар хаҡында мәғлүмәт әлегә сер итеп һаҡлана.
Тамашасылар яратып ҡараған “Бәхетнамә” яңы миҙгелдә эшен тура эфирҙа башланы. Тапшырыуҙы әҙерләп алып барыусылар тамашасы менән быға тиклем хаттар аша ғына аралашһа, хәҙер улар менән тура эфир аша бәйләнеш булдырылған. Һәр ваҡыттағыса тапшырыуҙа тәрбиә, әҙәп һәм әхлаҡ, ир һәм ҡатын мөнәсәбәте, уңышлы булыу серҙәре хаҡында һөйләшеүҙәр була. Һәм тағы ла йәмғиәтебеҙҙә үҙ парҙарын таба алмай, яңғыҙ ғүмер итеүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, уларҙы таныштырыу, ҡауыштырыу маҡсатында аҙна һайын билдәле димселәр менән осрашыу үткәреләсәк. Улар үҙҙәренең күҙәтеүҙәре, тәжрибәһе менән уртаҡлашып, проблемалар хаҡында ла һүҙ ҡуҙғалтасаҡ. Парын эҙләүсе яңғыҙаҡтар махсус анкета тултырып ебәрә ала. “Бәхетнамә”не әҙерләп алып барыусылар өсөн кастинг иғлан ителгән. Тимәк, яҡын көндәрҙә зәңгәр экрандарҙа яңы исемдәр балҡыясаҡ.
“Башҡорт телен өйрәнәм” проектында Вячеслав Чернев методикаһы буйынса телде өйрәнеү дауам итә. Быйылғы биш ҡатнашыусы араһында ике сит ил вәкиле бар. Непал егете, Башҡорт дәүләт авиация-техник университеты студенты Дипендро һәм Нигериянан Боджи. Ул башҡорт медицина университетында уҡый, буласаҡ психотерапевт. Тапшырыу октябрь айынан эфирға сыға.
Бына ошондай яңылыҡтар менән Башҡортостан юлдаш телеканалы яңы ижад миҙгелен башлап ебәрҙе.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.