«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тикшеренеүсе булғың килһә



12.09.2015 Тикшеренеүсе булғың килһә

Тикшеренеүсе булғың килһәҺәр кем бала сағында үҙенең йәнтөйәгендә теге йәки был йылға, тау ниңә тап шул атаманы йөрөтөүе тураһында уйланғандыр. Мине лә малай сағымда тыуған ауылым – Ишембай районының Аҙнай ауылы тарихы ҡыҙыҡһындырҙы. Ололарҙан һораштырғайным, яуаптар төрлөсә булды ла, ниңәлер артабан төпсөнөп торманым. Шулай йылдар үтте. Әгәр ҙә эҙләнеүем әлеге ваҡытҡа тура килһә, барыһы ла бөтөнләй икенсе булыр ине. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы Балалар һәләтен үҫтереү үҙәгенең дә быға ҡағылышы бар.
Алдымда топонимика, диалектология, ономастика буйынса ғилми эштәр йыйынтығы ята. Ул ғилми-ғәмәли конференция һөҙөмтәһе. Әммә баҫманы ғәҙәти тип әйтеп булмай, ундайҙы донъяла ла бик күп таба алмайһың. Был йыйынтыҡ авторҙары – балалар, күбеһенә 15 йәштән дә артыҡ түгел.
Бына Гөлнәзирә Булатованың мәҡәләһе. “Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм XXI быуат башында Баймаҡ районының Әбделкәрим, Ҡыуат ауылы балаларына ҡушылған исемдәр” тип атала ул. 11-се класс уҡыусыһы хатта “Башҡорт исемдәре” китабына инмәгән бик күп исем булыуын асыҡлаған. Йәш тикшеренеүсе уларға аңлатма бирергә, ата-әсәләрҙең ниңә тап шундай исем һайлағанын аңларға тырышҡан. Шул уҡ ваҡытта саф башҡорт исемдәрен ниңә интернациональ исемдәргә алмаштырыуҙарына борсолоу ҙа белдергән. Фазила, Нургиз, Мирзаян кеүек мәғәнәле исемдәрҙе Эльнара, Илсин кеүектәр алмаштырған…
Уҡыусы эҙләнгән, фекер йөрөткән, һығымта яһарға ынтылған. М. Аҡмулла исемен йөрөткән университеттағы бая әйтелгән үҙәк тә һәләтле баланы асыҡлап, уға үҫешергә, уйланырға мөмкинлек бирә. Сайтында 25-тән ашыу төрлө олимпиада, конкурс, интеллектуаль форум ойоштора. Тәүҙә дистанцион рәүештә көс һынашалар. Яҡшы һөҙөмтәләр, тикшеренеү эштәренә ылығыу булһа, махсус банкка индерәләр ҙә, артабанғы эш өсөн тема бирәләр. Ул сағында инде университет уҡытыусыларының ҡул аҫтында эшләйһең.
Үткән уҡыу йылында төрлө конкурста өс меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Улар беҙҙең республиканан ғына түгел. Программа менән хатта Американан, Азиянан, Австралиянан да ҡыҙыҡһынғандар.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға